22 апрелдә Әхмәт ауылындағы өйөнән йыуаға тип сығып киткән 22 йәшлек егетте бөтә халыҡ эҙләне. Йылға буйында зым-зыя юҡ булған Рамаҙандың телефоны ла табылғас, кешеләр бигерәк шөбһәгә төштө. Намаҙ уҡыған, ураҙалағы кешенең тиктән генә юҡҡа сығыуы хәүефкә һалды шул.
Был турала билдәле булғас та, тирә-яҡтан ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар дәррәү күтәрелеп урман-йылға буйҙарына Рамаҙан Махийәновты эҙләргә сыҡты. Интернетта мәғлүмәтте киң таратыу файҙаға булды: кисә бер ҡатын бәйләнешкә сығып, юғалған егетте күреүен хәбәр иткән. Шул арҡала туғандары Рамаҙанды бөгөн таңға барып тапҡан.
Әле ул Баймаҡ районындағы туғандарында. Рамаҙан Әбйәлилдән сығып китеп, өс көн буйы ике район араһында аҙашып йөрөгән.
Бөгөн уның туғаны Эльвира Солтанғолова был хаҡта хәбәр итеп, бөтә ирекмәндәргә рәхмәт әйтте. "Ура-а-а-а-а-а-а-а! Иртә менән һөйөнөслө хәбәр! Рамаҙан табылды! Бөтә ирекмәндәргә, хәбәрҙе таратырға ярҙам итеүселәргә, барлыҡ чаттарға, изге күңелле кешеләргә ҙур рәхмәт! Юғалмағыҙ, юғалтмағыҙ! Бергә булығыҙ!" - тип яҙҙы ул.
Фото: Э. Солтанғолованың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһенән.