

25 апрелдә “Уңыш инсайты” республика фестивале башланды. 27 апрелгә тиклем төбәктең ике йөҙгә яҡын йәш кешеһе белем аласаҡ һәм үҙҙәренең социаль проекттарын тәҡдим итәсәк.
Ике йыл рәттән фестиваль Башҡортостандың “Үҫеш биләмәһе” һәм "Смарт-тау" форумдарын берләштерә. "Смарт-тау" 18-30 йәшлек студенттарҙы һәм йәш хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерһә, “Үҫеш биләмәһе” республика ҡалаларының мәктәп уҡыусыларын һәм уларҙың остаздарын йыя.
Өс көн дауамында ҡатнашыусыларҙы оҫталыҡ дәрестәре, проект сессиялары, федераль эксперттар тарафынан ойошторолған кейстар, консультациялар, төбәк спикерҙары менән осрашыуҙар, ижади һәм спорт программалары көтә.
Эксперттар менән эшләү һөҙөмтәһендә "Смарт-тау" ҡатнашыусылары Бөтә Рәсәй форум компанияһына әҙерләнәсәк һәм үҙ проекттарын тәҡдим итеп, 20, 30, 50 меңлек гранттарға дәғүә итә аласаҡ.
“Үҫеш биләмәһе” уҡыусылары ла үҙ башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн гранттар аласаҡ. Иң яҡшы проекттар Бөтә Рәсәй грант конкурстарында ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ.
- Беҙҙең маҡсат – ҡатнашыусыларҙы Бөтә Рәсәй форум компанияһына һәм федераль грант конкурстарына әҙерләү, социаль моделләү тәжрибәһе өсөн шарттар тыуҙырыу. Был процесҡа әҙерлекте мәктәп эскәмйәһенән башлау мотлаҡ. Йыл дауамында “Үҫеш биләмәһе” сиктәренә беҙ тап ошо маҡсатты тормошҡа ашырабыҙ. Өс көн форумда ҡатнашыусылар менән “Оҙон тәнәфес”, “Изгелек каникулға сыҡмай” Бөтә Рәсәй форумдары һәм #БЕҘ БЕРГӘ (#МЫВМЕСТЕ) халыҡ-ара премия эксперттары эшләйәсәк, - тине БР Йәштәр сәйәсәте дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Вито Сабиров.