Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 15:00

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына саҡыралар

Көн һайын тиерлек ҡыҙыҡлы һәм фәһемле саралар ойоштороласаҡ. 

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына саҡыралар
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына саҡыралар

Алда беҙҙе матур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтә. 1 майҙа Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын билдәләйәсәкбеҙ. Был көндәрҙә республика халҡын ниндәй саралар көтә? Ошо хаҡта бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов һөйләне.

1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, йола буйынса, профсоюздар менән берлектә билдәләнә. Төп саралар Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда буласаҡ, бында митинг-концерт ойоштороласаҡ.

“Сараның ижади концепцияһы нигеҙендә – ветерандарға хөрмәт күрһәтеү, хеҙмәт ғаилә династияларын, шулай уҡ хеҙмәт ударниктарын тәбрикләү. Был республикала иғлан ителгән Һөнәри белем биреүҙе яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династиялары йылын иҫәпкә алып, айырыуса көнүҙәк, – тине Азат Бадранов.

Сара барышында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләү ҡаралған. Концерт Башҡортостан Республикаһының ижади коллективтары һәм артистары ҡатнашлығында ойошторола.

Еңеү көнө алдынан 1 майҙа Өфөнөң Еңеү паркында Миңлеғәле Шайморатов бюсы эргәһендә Республика марафонына старт биреләсәк. Марафон барышында Башҡортостан район һәм ҡалаларынан тупраҡ йыйыласаҡ, артабан буласаҡ Герой һәйкәленә нигеҙ һалынасаҡ.

Йола буйынса, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала һәм райондарында байрам алдынан төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ байрамдары ойошторола. Шулай уҡ 1 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә “Фонтандар фестивале” башлана, уның барышында Өфөнөң төп фонтандары эшләй башлай, фонтандар янында инструменталь коллективтар классик музыка башҡара.

Көн һайын 30 апрелдән 4 майға тиклем Ағиҙел йылғаһы буйында, баш ҡала парктарында, скверҙарында төрлө саралар үтәсәк. 30 апрелдә, 2-4 майҙа көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 7-гә тиклем Ағиҙел буйында әүҙемлек нөктәләре ойошторола: 30 апрелдә – “Йәштәр Өфөһө”, 2 майҙа – “Мәҙәни Өфө”, 3 майҙа – “Спорт Өфөһө”, 4 майҙа – “Яҙ байрамы”. Концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, тамашасылар менән ярыштар һәм интеракативтар саралар ойошторола.

1 майҙа “Дим” паркында, “Ҡоштар” скверында, И. Яҡутов исемендәге паркта һәм С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда концерт һәм уйын программалары ойошторола. Беренсе май паркында байрам концерты төнгө 11-ҙә салют менән тамамлана.

Шулай уҡ 1 майҙа Каруанһарайҙа, М. Ғафури исемендәге паркта һәм Беренсе Май паркында “Еңеү зарядкаһы” акцияһы була. 30 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә “Өфө муйынсаҡтары” проекты сиктәрендә “Мәрйен” фестивале (ғаилә старттары) уҙа.

Фото: rb7.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: