Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Апрель 2022, 12:55

Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамланыр?

Был һорауға Хөкүмәт кәңәшмәһендә яуап яңғыраны.

Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамланыр?
Йылытыу миҙгеле ҡасан тамамланыр?

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында әйтте.

– Тыштағы һауа температураһын иҫәпкә алып, муниципаль берәмектәр башлыҡтарының иғтибарын коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләренең түбәндәге нормаларына йүнәлтәм: тышҡы һауа температураһы биш тәүлек рәттән 8 градустан юғары булһа, муниципалитет йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары буйынса йылытыу миҙгеленең алдараҡ тамамланыуы ла ихтимал, бының өсөн тейешле мөрәжәғәтте һәм йыйылыш протоколын идарасы компанияға тапшырырға кәрәк, – тине ул.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, хакимиәттәр биргән мәғлүмәттән сығып, район-ҡалаларҙың күпселеге йылытыу миҙгелен – апрелдә, ҡалғандары майҙа тамамларға ниәтләй. 25 апрелгә ҡарата йылытыу миҙгелен тамамлау тураһындағы ҡарарҙы ете муниципаль берәмек - Асҡын, Борай, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡабул итте.

Фото: sk-news.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: