Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2022, 17:30

Һауа торошо нисек булыр?

Күптәрҙе май байрамдарында көндәрҙең нисек тороуы ҡыҙыҡһындыра. Әйтергә кәрәк, сюрприз вәғәҙә итәләр.

Һауа торошо нисек булыр?
Һауа торошо нисек булыр?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә һауа торошо үҙгәреүсән була. Урыны менән ямғыр яуыуы, көндөҙ айырым райондарҙа хатта йәшен йәшнәүе көтөлә.

Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр тиҙлек менән иҫә, урыны менән секундына 18 метр булыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы - +6, +11 градус , көндөҙ +20, +25 булыуы көтөлә.

Өфөлә аяҙыусан-болотло була. Төндө яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡтан секундына 7 – 12 метр тиҙлек менән иҫәсәк, урыны менән секундына 16 метр тәшкил итеүе мөмкин. Төндә һауа температураһы - +9,+11, көндөҙ +21,+23 була.

Фото: vsegda-pomnim.com

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: