Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 09:14

“Ҡатындарығыҙҙы сәскә ҡараған һымаҡ ҡарағыҙ”

Ошондай кәңәш бирә ир-егеттәргә Ғәзиз Ғәлин.

Төрлө яҡлап уңышлы гүзәл заттар була. Берәүҙәр хеҙмәт баҫҡысы буйлап үрләй, тормошоноң бар тәмен эшендә күрә. Икенселәр күп итеп балалар үҫтерә һәм бөтә ғүмерен уларҙы тәрбиәләүгә, өй усағын һаҡлауға арнай. Минең әңгәмәсем, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, дүрт бала әсәһе һәм етәкселек вазифаһын да үҙ иңенә һалып, сабыр ғына тартып килә. Һүҙем – Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе директоры Лилиә ҒӘЛИНА тураһында. Бөгөнгө мәҡәләмдә уның уңыш серен асырға, донъяға ҡарашын тәрәнерәк сағылдырырға тырыштым.

 Лилиә менән Ғәзиз Ғәлиндәр ғаиләһендә дүрт бала үҫә – 11 йәшлек Гөлсөм, 8 йәшлек Исмәғил һәм 5 йәшлек игеҙәктәр – Зөлфиә менән Муса. Күп балалы ғаиләһе булыр тип уйламаһа ла, бөгөн үҙенең тормошон уларҙан башҡа күҙ алдына ла килтермәй.

 – Тәүге ике балабыҙҙан һуң игеҙәктәр донъяға килеүе беҙҙең өсөн көтөлмәгән бәхет ине. Балаларға иркенерәк булһын, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫһендәр тигән маҡсат менән шау-шыулы Өфө тормошон ауылға алмаштырырға булдыҡ. Хәҙер инде өй һалып, Урман-Бишҡаҙаҡта ныҡлап төпләндек. Эргәмдә ҡәйнәм һәм ҡайным булғанда, күп бала ҡарауҙың ауырлығы әллә ни тойолмай. Эш бар саҡта, эшкә сығайым тип, игеҙәктәремә 1 йәш тә 4 ай булғанда уларҙы ҡәй­нәмдәргә ҡалдырып, мәктәпкә уҡытырға килдем. Өләсәй-олатайҙарының эргәлә булыуы балалар өсөн дә тик файҙаға. Балалар үҫкәндә уларҙың һәр береһенә иғтибар, йылылыҡ кәрәк. Ана шул хистәрҙе улар олатай-өләсәйҙәренән дә күп ала. Дүртәү булһалар ҙа, балаларымдың һәр береһе ҡәҙерле, һәр береһенең үҙ холҡо, хатта игеҙәктәр ҙә бер-береһенә оҡшамаған. Бала үҫтергәндә иң элек уларҙы яратырға кәрәк. Шул ваҡытта ғына уларҙың күңеле бөтөн, үҙҙәренә ышанысы көслө булып үҫәләр, – тине Лилиә Рауил ҡыҙы.

Сабыйҙы донъяға килтереү генә түгел, иң мөһиме – уларҙы тәрбиәләү, дөрөҫ йүнәлеш биреү кәрәк. Ғәлиндәр ҙә балаларын төрлө яҡлап үҫтереүгә бәләкәйҙән иғтибар бирә. Һәр баланың үҙенә оҡшаған шөғөлө бар. Гөлсөм – Балалар сәнғәт мәктәбенә скрипкаға һәм гимназияла вокал дәрестәренә йөрөй. Исмәғил Балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайындағы ҡурай түңәрәген үҙ иткән, шашка уйнарға ла бик ярата, турнирҙарҙа ҡатнаша. Апай-ағайҙарына бәләкәстәр ҙә эйәрә, әле балалар баҡсаһында булһалар ҙа, уларҙың да күңел һалған шөғөлдәре бар.

– Балаларҙың түңәрәктәргә йөрөүе уларҙы үҫтерә, төрлө яҡлап асырға ярҙам итә. Өйрәнгән һөнәрҙәре артабан киләсәктә лә кәрәк буласаҡ, – ти Ғәлиндәр.

Әсәй булыуҙан тыш, Лилиә Рауил ҡыҙының иңенә йәнә бер яуаплы бурыс һалынған: ул – мәктәп директоры. Был вазифаның да байтаҡ көстө, ваҡытты алыуы бер кемгә лә сер түгел. Үҙенең һөнәрен яратып башҡарыуҙан тыш яуаплылыҡ, эште ойоштора белеү мөһим.

– Нәҫелдә уҡытыусылар күп. Әсәйем дә уҡытыусы. Шуға мин дә күп уйлап торманым, мәктәптән һуң М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетына юлландым, – ти ул.

Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, немец теле уҡытыусыһы һөнәрҙәрен алып сыға. Хеҙмәт юлын БДПУ-ла башлай. Декрет ялынан һуң эшен Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә дауам итә. Тәүҙә башланғыс кластарҙа уҡыта, унан немец теленән белем биреү бурысы ла өҫтәлә. Һуңғы йылдарҙа – мәктәп директоры. Йәш уҡытыусыға тотош коллективҡа етәкселек итеү еңелдән түгелдер.

– Ысынлап та, тәүҙә өйрәнеп киткәнсе аңламаған һорауҙар ҙа күп ине, ләкин эшләй-эшләй тәжрибә лә туплана бара. Ошо ауылдың килене булғас, уҡытыусылар коллективы ла үҙ күреп ҡабул итте. Ҡәйнәм менән ҡайным да заманында мәктәптә эшләгән, уларҙың кәңәше лә ныҡ ярҙам итә. Директор булыу ҙур яуаплылыҡ талап итә, кешеләр менән һөйләшә, уртаҡ тел таба белергә кәрәк. Шулай эшләй-эшләй өйрәнәбеҙ, – ти, йылмайып, Лилиә Ғәлина. Әйткәндәй, Лилиәнең тормош иптәше Ғәзиз дә яуаплы вазифа биләй: ул – ҡаланың Йәштәр һарайы етәксеһе. Эшләгәндә уның да кәңәштәрен, терәген тоя. Ғәлиндәрҙең тормошо ғәҙәти тәртипкә һалынған – иртә менән кемдер эшкә, кемдер уҡыуға, кемдер балалар баҡсаһына юллана. Кис етеү менән, ғаилә ағзалары бер-береһен һағынышып өйҙәренә йыйыла. Шуға ял көндәренең ҡәҙерен беләләр – уны һәр ваҡыт бергә уҙғарырға тырышалар. Уртаҡ маҡсатлы булыуҙары балалар тәрбиәләгәндә лә, тормош көткәндә лә донъяны бер яҡҡа тартырға ярҙам итә.

 – Ике ғаиләлә үҫкән кеше өйләнешеп йәшәй башлағас, әлбиттә, барыһы ла шыма ғына бармай. Бер-береңдең хол­ҡона яраҡлаша, иптәшеңә юл ҡуя бе­лергә кәрәк. Үҙ һүҙеңде һүҙ итәм тип йәшәһәң, алға китеп булмай. Йәшәй-йәшәй бер бөтөнгә әйләнәһең. Балалар тәрбиәләгәндә лә бер маҡсатлы булырға кәрәк. Икең ике төрлө һөйләп, бала­ларыңа яҡшы тәрбиә биреп булмай – был һүҙҙәр йәш ғаиләләр өсөн яҡшы кәңәш.

Бормалы, һикәлтәле тормош юлынан атлағанда эргәһендә һәр башланғысына ҡанат ҡуйыусы, арҡа терәр кешеһе – тормош иптәше булыуы менән бик тә бәхетле Лилиә Рауил ҡыҙы. Үткән йылдар уларҙың бер-береһенә ҡарата мөхәббәтен тәрәнәйткән генә. Ғәзиз Нурғәли улының һөйләгәндәре быға нығыраҡ инандырҙы.

 – Лилиә менән студент ваҡытта икебеҙ ҙә бер юғары уҡыу йортонда белем алһаҡ та, Стәрленән Өфөгә барған саҡта юлда ныҡлап танышып киттек. Шунан аралаша башланыҡ. Эсеү-тартыу кеүек насар ғәҙәттәрҙе үҙ итмәүе, тәртипле булыуы менән күңелемде яулап алды. Ғаиләм менән таныштырырға тип алып ҡайтҡас, уны бигерәк тә әсәйем ныҡ оҡшатты. Әсәйем менән ҡатынымды берләштергән уртаҡ сифат – икеһе лә балалары өсөн өҙөлөп тора. Ғаиләһен генә түгел, эшен дә ярата Лилиә. Юғары белем алғас, Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләгән йылдарында ла үҙен талапсан уҡытыусы итеп күрһәтте. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға үҫергә мөмкинлек бирергә кәрәк, уны баҫырға, сикләргә ярамай. Юҡһа ул һүнеп ҡаласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙы сәскәне ҡараған һымаҡ ҡарарға кәрәк. Сәскәне һыу һибеп тәрбиәләгән кеүек, ҡатын-ҡыҙ ҙа иғтибар, йылылыҡ талап итә. Шул ваҡытта ғына ул тағы ла матурыраҡ итеп асыласаҡ. Әлбиттә, гүзәл зат үҙе лә матурлыҡҡа ынтылырға тейеш. Был йәһәттән ҡатынымдың үҙен ҡарауын, дөрөҫ туҡланыуға иғтибар биреүен, спорт менән шөғөлләнеүен ихтирам итәм. Дүрт бала тапһа ла, ҡатынымдың кәүҙәһе лә, йөҙө лә ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ матур. Эргәмдә шундай тормош иптәшем булыуы менән ғорурланам ғына, – тине Ғәзиз Ғәлин.

Был һүҙҙәргә өҫтәп ни әйтәһең? Бары һоҡланырға ғына ҡала. Байтаҡ йылдар аша ла хистәрен һаҡлай белгән пар киләсәктә лә бер-береһен шулай ҡәҙерләп йәшәһен.

– Ҡатын-ҡыҙҙың иң ҙур бәхете – әсә булыуҙа. Бөтә гүзәл заттарға ла иң беренсе ошо бәхетте теләйем. Тәүҙә карьера эшләйем, фатир алайым тип ғаилә ҡороуҙы, бала табыуҙы кисектермәһен­дәр ине йәштәр, сөнки һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Шулай уҡ барыһына хеҙмәт бәхете насип булһын. Яратып башҡарған һөнәрең булыуы күңелгә ҡәнәғәтлек бирә. Уға өҫтәп, эргәңдә һине аңлаған тормош иптәшең, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ата-әсәйең булғанда, донъяң да түңәрәк. Һәр гүзәл затҡа ошо тулы бәхеткә эйә булыуҙарын теләйем, – тигән теләктәрен дә еткерҙе Лилиә Ғәлина.

Ҡатын-ҡыҙ балаларынан, ғаиләһенән йәшәүгә көс ала. Тап улар уны илһам­ландыра, үҫешкә этәргес бирә. Йәм­ғиәтебеҙҙе көслө рухлы, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаған, шул уҡ ваҡытта изге күңелле, яғымлы булып ҡала белгән гүзәл заттар биҙәй.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас в