Башҡортостан
-26 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель , 08:50

Беҙҙе ҙур саралар көтә

"Башинформ" МА
Фото:"Башинформ" МА

Был аҙнала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә мөһим темалар – 1 һәм 9 Май байрамдарына әҙерлек, сәсеү барышы, йылытыу миҙгеле мәсьәләләре ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадр тәғәйенләнеүе тураһында әйтте: Валентин Солодовник – Башҡортостан Башлығының ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса кәңәшсеһе.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев йылытыу миҙгелен тамамлау тураһында әйтте. Хакимиәттәр биргән мәғлүмәттән сығып, район-ҡалаларҙың күпселеге йылытыу миҙгелен – апрелдә, ҡалғандары майҙа тамамларға ниәтләй. 25 апрелгә ҡарата йылытыу миҙгелен тамамлау тураһындағы ҡарарҙы ете муниципаль берәмек – Асҡын, Борай, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ҡабул итте.

Башҡортостанда сәсеү кампанияһы башланды. Бөгөн баҫыу эштәренә 44 район төшкән, 15 районда иртә иген культураларын сәсеү башланған, улар 9 мең самаһы гектарҙа сәселгән. Иген баҫыуҙарын былтырғы кимәлдә – 1,72 миллион гектарҙа сәсеү күҙаллана. Ҡаты сортлы бойҙай сәсеүлектәре 36 процентҡа арттырыла, техник культураларҙан көнбағыш (31 мең гектар) һәм шәкәр сөгөлдөрө (10 мең гектар) буйынса майҙандарҙың һиҙе­лерлек артыуы билдәләнә. Был хаҡта ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов һөйләне.

Уның билдәләүенсә, хужалыҡтарҙы орлоҡ менән тәьмин итеү арта. Мәҫәлән, яҙғы сәсеүгә иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары буйынса ул 96 процентҡа еткән. Импортҡа бәйле культуралар орлоғо буйынса ла тәьмин ителеш артҡан. Шәкәр сөгөлдөрө буйынса тәьмин ителеш – 92 процент, кукуруз буйынса – 87 процент, көнбағыш һәм рапс буйынса 95 процент тәшкил итә. Хужалыҡтар картуф һәм соя орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Минераль ашламалар туплау дауам итә, 22 апрелгә ҡарата  87 процент,  был  уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы кимәлгә ҡарағанда 16 процентҡа күберәк.

Сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, рес­публиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре яңы техниканы әүҙем һатып ала. Әле ағымдағы йылдың өс айында аграрийҙар 1,9 миллиард һумдан ашыуға 585 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалы һатып алған, был 2021 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 150 миллион һумға күберәк.

Алда беҙҙе матур байрамдар һәм оҙайлы ялдар көтә. 1 майҙа Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын билдәләйәсәкбеҙ. Был көндәрҙә республика халҡын ниндәй саралар көтә? Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов һөйләне.

1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, йола буйынса, профсоюздар менән берлектә билдәләнә. Төп саралар Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда буласаҡ, бында митинг-концерт ойоштороласаҡ. Сара барышында “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләү ҡаралған. Концерт Башҡортостан Республикаһының ижади коллективтары һәм артистары ҡатнашлығында ойошторола.

Йола буйынса, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала һәм райондарында төрлө майҙансыҡтарҙа халыҡ байрамдары ойошторола. Шулай уҡ 1 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә “Фонтандар фестивале” башлана, уның барышында Өфөнөң төп фонтандары эшләй башлай, фонтандар янында инструменталь коллективтар классик музыка башҡарасаҡ.

Еңеү көнөнә арналған рәсми саралар 8 майҙа “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара проекты сиктәрендә ветерандар, Рәсәй Геройҙары һәм республика йәштәре ҡатнашлығында “Геройҙар аллеяһы” һәм “Еңеү урмандары”н ултыртыуҙан башлана.

Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн яҡташыбыҙ, контр-адмирал Ба­тыр­гәрәй Зөлҡәрнәевтең республикаға визиты ойоштороласаҡ. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса өс яҡташты Хәрби-диңгеҙ флотының баш командующийы наградалары менән бүләкләү тантанаһын ойоштороу күҙаллана.

– Ленин исемендәге майҙанда 1588 кеше, 21 парад иҫәбе һәм 165 музыканттан торған парад үтәсәк. “Первушино” аэродром комплексының бәләкәй авиация (11 берәмек) самолеттарын һәм “ХелиПорт-Өфө” вертолеттарын (3 берәмек) күрһәтеү ҙә ҡаралған. Шулай уҡ атлы һәм Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының кинолог бүлеге (21 кинолог, 20 хеҙмәт эте) күрһәтелә, – тине Азат Бадранов.

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был көндө һалдат бутҡаһы менән ялан кухняһы, ҡала Советы майҙан­сығында интерактив майҙансыҡтар, байрам концерты эшләйәсәк, ул төнгө 11-ҙә салют менән тамамланасаҡ.

Йолаға әүерелгән тағы ла бер сара – “Үлемһеҙ полк” акцияһы. Быйыл ул, ғәҙәттәгесә, “иңгә-иң атлап” уҙасаҡ. Өфөлә үтәсәк парадта 150 мең, республика буйынса 450 мең кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

– Баш ҡаланың Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә нигеҙ һалыу Еңеү көнөндә планлаштырылған әһәмиәтле сараларҙың береһе буласаҡ. 1 майҙа буласаҡ Герой һәйкәленә нигеҙ һалыу өсөн ер йыйыу буйынса республика марафонына старт биреләсәк. Марафон туғыҙ зонаға бүленгән бөтә республика биләмәһендә уҙа. 2022 йылдың 9 майында һуңғы ус тупраҡ генерал-майорҙың тыуған төйә­гендәге Шайморат ауылындағы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янында алына һәм Совет майҙанына килтерелә һәм тантаналы рәүештә һәйкәлгә нигеҙ һалынасаҡ, – тине Азат Бадранов. 

Еңеү көнөнөң төп саралары киске сәғәт 7-лә “Торатау” конгресс-холы амфитеатры майҙансығында Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары һәм ижади коллективтары ҡатнаш­лығындағы байрам концерты менән тамамлана. Рәсәй эстрадаһының йондоҙҙары – Рәсәйҙең халыҡ артисы Николай Басков һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лев Лещенко киләсәк. Сара киске сәғәт 10-да байрам салюты менән тамамлана.

Республика район һәм ҡалаларында шулай уҡ ветерандарҙы хөрмәтләү буйынса традицион саралар план­лаштырылған.

 

Ә. ӘЙҮПОВА.

Читайте нас в