Һуңғы йылдарҙа милли кейем менән ҡыҙыҡһыныусылар арта. Байрамдарға милли биҙәүестәр тағып килгән гүзәл заттарға ҡарап тороуы кинәнес.
Ошо көндәрҙә Биксән мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙар селтәр эшләү оҫтаһын саҡырып, яңы шөғөл серҙәренә өйрәнгән. Сәлих ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Тәнзилә Ғөзәйерова ҡыҙыҡһыныусыларға төплө дәрес биргән.
– Түшелдерек эшләргә өйрәнергә күптән дәртебеҙ бар ине, шуға ла көтөп алдыҡ был оҫталыҡ дәресен. Хәҙер тәртибенә төшөндөк, артабан буш ваҡытта бергә йыйылып, күмәкләп эшләргә ниәтләйбеҙ. Был сара тураһында ишетмәй ҡалған ауылдаштарыбыҙ ҙа күп, шуға киләсәктә оҫталыҡ дәресен уҙғарасаҡбыҙ. Беҙҙең мәҙәниәт йортонда “Хазина” исемле фольклор ансамбле эшләп килә. Унда йөрөгән апайҙар сәхнәлә сығыш яһағанда, башҡа байрамдарҙа ҡатнашҡанда ла ошондай селтәр, һаҡалдар тағып сыҡһалар бигерәк тә йәмле була, – тине Биксән ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Садиҡова.
Биксән гүзәл заттары селтәр менән генә сикләнмәй, ҡашмау эшләргә лә өйрәнергә дәрттәре ҙур. Киләсәктә уларҙың сығыштарын биҙәүестәр менән байытылған милли кейемдәрҙә күрергә насип булһын.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА