Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2022, 09:07

Ергә бәйле бәхәсте нисек көйләргә?

Ер участкаһының сиген билдәләүгә бәйле бәхәс киң таралған ҡатмарлы суд эштәренең береһелер, моғайын. Өҫтәүенә, бындай низағ психологик яҡтан да насар тәьҫир ҡалдыра. Кисә генә шау-гөр килеп бергә табын ҡорған күршеләр менән аралар боҙола. Шул уҡ ваҡытта ер биләмәләренең хужалары һәр ҡайһыһы үҙен хаҡлы тип иҫәпләй.

Юристарҙың практикаһында ниндәй хәлдәр була? “ЮСТ” үҙәгенең генераль директоры, Рәсәйҙең почетлы адвокаты Вячеслав Вуккерт менән ошо турала әңгәмәләштек.

 

– Ергә бәйле бәхәстәр йыш сығамы?

 – Ярайһы уҡ йыш осрай. Берәүҙәр үҙҙәренең ерен күршеһенең баҫып алыуына, икенселәре күршеләренең ҡойманы сит кешенең еренә индереп ҡуйыуына зарлана. Бындай мәсьәләләрҙе тыныс ҡына хәл иткәндәр һирәк, ғәмәлдә барыһы ла судҡа юллана.

 

– Бындай проблемалар ҡайҙан барлыҡҡа килә?

– Йыш ҡына быға ер участкаһы сиктәренең һәм дәүләт күсемһеҙ милек кадастрына индерелгән координаталарҙың тап килмәүе сәбәпсе. Инструменталь базаның камил булмауы йәки межа һалған кадастр инженерҙарының хаталары арҡаһында ла ошондай хәлдең килеп сығыуы ихтимал.

Бындай бәхәстәрҙән үҙеңде араларға була, әлбиттә. Ер участкаһын һатып алғанда күсемһеҙ милек кадастрында күрһәтелгән координаталарҙы асыҡлау өсөн кадастр инженерҙарын саҡыртырға кәрәк. Кадастр һәм фактик сиктәрҙең бер-береһенә тура килеү-килмәүе шунда күренә. Әгәр ҙә тап килмәһә, бөтә һорауҙар участка хужаһына. Был мәсьәләләргә шунда уҡ асыҡлыҡ индермәһәгеҙ, ерҙе һатып алып, милексе булғас, барлыҡ проблемалар һеҙҙең иңегеҙгә күсә.

Практикала булған бер хәл тураһында һөйләп үтәйем. Берәүҙәр сиктәре билдәләнгән (межа һалынған), ҡоймаланған 15 сутый ер һатып алған. Йорт һалғандар, ерҙе һатып алғандан һуң өс йылдан ашыу ваҡыт үткән. Мунса төҙөргә ниәтләп, проектлаусыларға участканың сиктәре күрһәтелгән кадастр паспортын тапшырғандар. Проектты әҙерләгәндәр, төҙөлөштө башлағас, мунсаның участкаға инмәүе асыҡланған. Баҡтиһәң, был участка менән күршеләрҙең ере араһындағы ҡойма кадастрҙағы сигенә тап килмәй, ике сутый ер күршеләргә “күсеп киткән” икән. Ә улар был ергә мунса һалған.

Суд эше өс йыл дауам итте. Башта участкаларҙың сиктәрен әүәлге хәленә ҡайтарҙыҡ, сит мунсаны һүтеү бурысын ҡуйҙыҡ. Унан һуң межалау һөҙөмтәләренә дәғүә белдерҙек, сиктәрҙе үҙгәрттек, беренсе инстанция, апелляция, кассация, эште яңынан ҡаранылар, йәнә апелляция. Һөҙөмтә берәүҙе лә ҡыуандырманы: сикте ҡойма буйлап билдәләнеләр, әммә мунсаны һүтергә мәжбүр иттеләр. Берәүгә лә файҙа булманы. Шул уҡ ваҡытта мәсьәләне ерҙе һатып алғанда уҡ хәл итергә мөмкин булған. Бары тик сиктәрҙең дөрөҫ билдәләнеүенә һәм ҡойманың тәғәйен ергә ҡуйылыуына ғына инаныу еткән.

 

– Тағы ла ниндәй бәхәстәр осрай?

– Ер участкаһы сиктәренә бәйле бәхәстең йәнә бер варианты – файҙаланыуҙағы ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү. Бындай хәлдәр күршеләрҙең, эргәләге биләмәгә күләгә төшөрөп,  үтә бейек ҡойма ҡуйыуы, эсәр һыу скважинаһы эргәһенә канализация ҡаҙыуы, ҡаралты ҡыйығындағы ҡарҙы һеҙҙең ергә төшөрөү һөҙөмтәһендә тыуа. Бындай осраҡтарҙа суд экспертизаһы үткәрелә һәм мәсьәләне хәл итеүҙең иң ҡулай алымы билдәләнә. Канализацияны күсереү, ҡойма­ның бейеклеген сикләү, ҡыйыҡты үҙгәртеп төҙөү кеүек  варианттар тәҡдим ителә.

Әле судтар ер участкаһының ғәмәлдәге сиктәренә – ҡоймаларға, һуҡмаҡтарға айырыуса иғтибар итә. Бында инде “Ер бүлеменең был сиктәре күптән шулай билдәләнгәнме?” тигән һорау тыуа. Мәҫәлән, ерҙең әүәлге хужаһы унан алты-ете йыл файҙаланмаған. Ошо ваҡыт эсендә күршеһе ерҙең бер өлөшө үҙенә нығыраҡ кәрәк тип, ҡойманы үҙенең файҙаһына күсереп ҡуйған. Суд кемде яҡлап ҡарар сығарыр – әйтеп булмай.

Сиктәре аныҡ ҡуйылмаған, ә хоҡуҡты билдәләгән документтарҙа ер бүлеменең майҙаны ғына күрһәтелгән участканы һатып алғанда байтаҡ сетерекле мәсьәләләр тыуыуы ихтимал. Бында ошо участканың координаталарын түгел, ә күршеләге ерҙәрҙең координаталарын тикшерергә кәрәк. Йылғырыраҡ күршеләрегеҙҙең махсус рәүештә йәки белмәйенсә ерегеҙҙең бер өлөшөн үҙләштереүе ихтимал. Межа һалғандан һуң һатып алынған ер майҙанының документтағынан байтаҡҡа бәләкәйерәк булыуы ла бар. Был осраҡта күрше участкаларҙы межалау һөҙөмтәләрен ғәмәлдән сығарыуҙы талап итергә тура киләсәк. Ә бындай хәлдәрҙең ахыры нимә менән тамамланыуын алдан күҙаллау бик ҡыйын.

 

– Ошондай күңелһеҙ хәлдәр булмаһын өсөн нимә эшләргә?

– Ваҡытында саҡырылған кадастр инженеры һәм участканың сигендә ҡуйылған ыҙан билдәләре ер участкаһының яңы хужаһына проблемаларға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итәсәк. Сиктәрҙең тап килмәүе асыҡланһа, килешеүҙән баш тартып, икенсе участка эҙләргә лә була. Күршеләр менән бәхәс ҡотолғоһоҙ булһа, хоҡуҡи ярҙам алыу һәм сетерекле хәлде яйға һалыу өсөн юристарға мөрәжәғәт итеү – иң дөрөҫ аҙым.

Судта ер участкаһының сиге тап һеҙ әйткәнсә булырға тейешлеген үҙаллы иҫбатлай алыуығыҙ ҙа, судтың һеҙҙең дәлилдәр менән килешеүе лә икеле. Судтың ер төҙөлөшө экспертизаһы, межалау һәм теркәү эштәрен һоратып алдырыу, һәр документҡа һәм ғәмәлдәге практикаға анализ яһау – быларҙың барыһы ла юристың эше.

Ҡайһы бер осраҡтарҙа юрист күршеләр менән һөйләшеп килешергә кәңәш итә ала. Бәхәсләшкән яҡтарҙың барыһын да ҡәнәғәтләндергән килешеү төҙөүҙе лә юрист үҙ иңенә алыуы мөмкин.

 

Марина СТАРОСТИНА яҙып алды.

Читайте нас: