Күрше ҡалала йәшәгән Л. исемле ханым: “Беҙ йәшәгән йортҡа яңы күршеләр күсеп килде. Ғаилә башлығы машинаһын подъезд алдына уҡ килтереп, сәскә, ҡыуаҡтар үҫкән майҙансыҡҡа ҡуя башланы. Уны күҙәтеү өсөн видеокамера ла ҡуйҙыртты. Камера подъездағы электрҙан эшләй, ә беҙ уның өсөн түләйбеҙ. Йортта йәшәгәндәрҙең күбеһе машиналы, ләкин бындай ҙа башбаштаҡлыҡҡа берәү ҙә юл ҡуймай. Ихатаны ла, йортто ла үҙебеҙҙең тырышлыҡ менән төҙөкләндерҙек. Ә был әҙәм беҙҙең хеҙмәтте юҡҡа сығара. Ошо мәсьәләне нисек яйға һалырға? Кемгә мөрәжәғәт итергә?” – тип зарлана.
Был һорауға Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы, юрист Ксения Лумпова яуап бирҙе:
– Дөрөҫлөк һеҙҙең яҡта. Рөхсәт ителмәгән урында үҙ белдегең менән туҡталҡа яһау административ тәртип боҙоуҙы тәшкил итә, бының өсөн штраф һалына. Ләкин күршегеҙҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн дәлилдәрҙе дөрөҫ йыйыу шарт. “Ваҡытлыса туҡталҡа” тигән төшөнсә бар. Автомобилдең ихата алдына ҡуйылыуын сағылдырған фото ғына һеҙгә ярҙам итмәйәсәк, сөнки күршегеҙҙең “машинамды биш минутҡа ғына ошонда ҡалдырып, өйгә инеп сыҡҡайным” тип аҡланыуы бар. Был осраҡта уны административ яуаплылыҡҡа тарттырып булмаясаҡ.
Шуға күрә машинаның ошо урынға ҡуйылыу датаһы һәм ваҡыты теркәлгән бер нисә фото һәм видеояҙма яһарға кәрәк. Фотола автомобилдең дәүләт теркәү номеры асыҡ күренергә тейеш. Үҙегеҙ менән бер нисә күршегеҙҙе лә алығыҙ. Улар артабан машинаның был урынға даими ҡуйылыуын раҫлар.
Күршегеҙҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһындағы белдереүҙе ЮХХДИ-ға ебәрә алаһығыҙ. Һеҙҙең бурыс – машинаның рөхсәт ителмәгән урынға ҡуйылыуын иҫбатлау (фото йәки видеоматериал, күршеләрегеҙҙең раҫлауы һ.б.). Ошо уҡ мәғлүмәттәрҙе урындағы хакимиәткә һәм янғын хеҙмәтенә (йортта йәшәгәндәрҙең янғын хәүефһеҙлегенә янай тип) ебәрергә мөмкин.
Күршегеҙҙең дөйөм электр селтәрҙәренә тоташыуына килгәндә, бының өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Һуңғы йылдарҙа электрҙы урлауға бәйле байтаҡ енәйәти ғәмәлдәр асыҡлана, шуға күрә 2019 йылдан электр селтәренә рөхсәтһеҙ тоташҡан өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Күршегеҙҙең был ғәмәле өсөн, Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, 15 мең һумға тиклем штраф түләтеү ҡаралған. Әгәр тәртипте ҡабатлап боҙһа, штраф күләме 30 мең һумға тиклем арта.
Һеҙгә шулай уҡ закон боҙоу осрағын теркәү һәм электр селтәренә үҙ белдегең менән тоташыу тураһында акт төҙөү өсөн идарасы компания вәкилен саҡыртырға кәрәк. Идарасы ойошма тәртип боҙоусыны яуапҡа тарттырыу өсөн материалдарҙы күҙәтеү ойошмаларына ебәрергә тейеш.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА