Ялдарҙа онкология диспансерына барырға тура килде. Туғаныбыҙға операция яһайҙар, янында ултырырға кеше кәрәк ине. Машинанан төшөп, эскә үтеүгә бынан 15 йыл элек кисергән хистәр биләп алды. Хәйер, ул саҡтағы һоро биналар, һалҡын палаталар, тар коридорҙарҙың эҙе лә ҡалмаған. Диспансерҙы яңыртҡандар. Үҙем атлайым, уйҙар теге саҡҡа илтә.
…Әсәйҙе реанимацияға сығарып һалғандарын хәтерләйем. Унда берәүҙе лә индермәйҙәр. Ә мин сығыу юлын бутап, яңылыш шунда барып керҙем. Дежурҙа торған шәфҡәт туташы ла юҡ. Әкренләп карауатта ятыусылар араһынан әсәйҙе эҙләйем. Бына таптым! Әллә ҡайҙан танып алдым. Ундағы һалҡынлыҡ. Ул турала уйлаһам, әле лә ҡаҙ тәне бәреп сыға. Бар донъямды онотоп, әсәйҙең өҫтөнә юрған ҡаплайым. Шул саҡта ҡулдан тотоп алған шәфҡәт туташына әле лә рәхмәт уҡыйым. Борсолмағыҙ, мин уны ҡарап торормон, тип мине оҙатып ҡуйған ине.
Бына тағы шул уҡ реанимация. Хәҙер унда кереп булмай. Йыраҡтан туғанымды алып килеүселәр күренде. Баҡһаң, операциянан һуң аңына килгән икән. Палатаға сығарыр өсөн мине көтөп торғандар. Ә унда улар дүртәү. Нажия әбейҙең ҡыҙын да һанаһаң, бишкә тула.
Шуныһы ғәжәп – өйҙән коронавирустан ҡурҡып ҡына сыҡһам да, бында ул турала бөтөнләй онотаһың. Бында башҡа тормош. Урамдан кереүселәр ҡулына бирсәткә кеймәгән, дөрөҫ, битлекһеҙ кеше юҡ былай. Һаҡ хеҙмәте аҫҡы ҡатта уҡ тән температураһын үлсәп, ҡулдарҙы антисептик менән йыуҙыртып индерә. Бүлеккә кергәс, кем янына килгәнеңде, ҡайҙа йәшәгәнеңде, телефон номерыңды яҙып ҡалдыраһың. Палатала ла, коридорҙа ла битлек кейеүсе юҡ.
82 йәшлек Тәскирә әбей ҙә бында.
– Ашҡаҙан тирәһе гел ауыртып тора ине. Тикшеренә торғас, операция кәрәклеге асыҡланды. Килдем инде, йәшәйһе килә бит. Ҡасан кереп әйтерҙәр инде... Операциянан һуң ҡараусым булырмы, белмәйем. Вирус тип индермәйҙәр ҙә икән бит әле, – ти ул.
Бар өмөтө улында икән. “Ул да икенсе йылға пенсияға сыға инде. Әллә ҡасан эшләүенән туҡтар ине, йәй тыуып, икенсе йылда ғына тыуған тип яҙҙыртҡан инек. Йәнәһе, армияға һуңғараҡ китәр, тинек. Бына бөгөн дә улымды көтөп ултырам. Сәйнүк кәрәк. Сәйҙәре тәмле түгел”, – ти әбей.
Ул бер ҙә күңелен төшөрмәй. Алһыу апай ҙа йәшәренә ышана.
– Бында килер алдынан төш күрҙем. Үлгән ирем менән ҡәйнәм мине алырға ҡайтҡандар. Ирем матур итеп кейенеп, машинала көтөп ултыра. Мин сығырға әҙерләнәм, тик бер яҙыуҙы таба алмайым бит. Эй аҡтарам сумкамды, эй аҡтарам. Мин әҙерләнгәнсе, былар китеп барҙы. Уяндым да төшөмдө яҡшыға юраным. Әле йәшәйем икән, тинем, – ти ул.
75 йәшлек Нажия апайҙы ла ҡәҙерләп кенә торалар. Операция булғанға ете көн үткән инде. Әммә әле лә туғандары янында ҡуна, ҡулынан ғына тотоп йөрөтәләр.
– Эсәктәрем оҙон булған. Бер аҙын киҫеп ташланылар, – ти ул шаяртып. – Алды-арты хәйерле булһын. Былай булғас, йәшәйбеҙ әле. Әле бит анализ һөҙөмтәләре лә килмәне. 14 көн көтәһе. Насар икән, тағын дауаланырбыҙ, яҡшы булһа, дөрөҫ ашарға өйрәнербеҙ...
Мин иһә, кешеләрҙең тормошҡа ҡараштарын уйлап ултырам. Бығаса яман сир диагнозын ҡурҡып ҡабул итһәләр, йәшәмәйем тип төшөнкөлөккә бирелһәләр, хәҙер барыһы ла башҡаса икән. Кеше ауырыу менән көрәшергә өйрәнгән. Күҙҙәрендә йәшәү нуры балҡый. Нисек тә аяҡҡа баҫырға, алға атларға тырышалар. Улар эргәһендә бер төн уҙғарыу ҙа һине бөтөнләй үҙгәртә. Үҙизоляция тип зарланыусылар юҡҡа сыға, йәшәү ҡәҙере арта, һаулыҡтың иң кәрәк нәмә икәненә тағын да инанаһың. Дауахана ишеген ябыуға, күңелдән түбәндәгеләрҙе ҡабатлайым: балаларым, яҡындарымды насар сирҙәрҙән һаҡлаһаң ине, Хоҙайым…
Фото: med-tutorial.ru
Сығанаҡ: vatantat.ru/2020/04/22937/