Профсоюздарҙың “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” һәм “Нацизмһыҙ донъя өсөн” саҡырыуы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй автомобилдәр йөрөшөнә беҙҙең республика ла ҡушыла. 27 апрелдә Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Башҡортостандың Профсоюздар ойошмаһы, Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы митинг ойоштора.
Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторған автомобилдәр үтеүе 12 апрелдә Владивосток ҡалаһында башланғайны. Сарала ҡатнашыусылар Екатеринбург, Благовещенск, Хабаровск кеүек 15 ҡалала булды.
Был сараның маҡсаты – Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға теләктәшлек белдереү, йәмәғәтселектең берләшеүе, Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль позицияларын нығытыу буйынса әүҙем эш, кешеләрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Иртәгә Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы автомобилдәре был сараға ҡушыла һәм Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә юллана. Унда 1 майҙа профсоюздар йыйыла. 9 майҙа иһә Волгоградтағы Мамай ҡурғанында Еңеү көнөнә арналған масштаблы саралар була.
Фото: "Башинформ".