Бөгөн Башҡортостанға Бөтә Рәсәй “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” һәм “Нацизмһыҙ донъя өсөн” саҡырыуы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй автомобилдәр йөрөшө ҡатнашыусылары килде. Колоннаны Мәсетле районы вәкилдәре Свердловск өлкәһе сигендә ҡаршыланы. Улар ҡунаҡтар өсөн башҡорт бейеүен башҡарҙы, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән һыйланы. Сарала Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Садиҡов һәм муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Сәғәҙәтов та ҡатнашты.
- Йыл һайын профсоюздар лайыҡлы эш хаҡы, хеҙмәт урындары менән бәйле Беренсе Май акцияларын үткәрә. Быйыл ил өсөн мөһиме өҫтәлде. Был – Рәсәй армияһына, ил Президенты Владимир Путинға һәм Украиналағы махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдереү. Илдәге ҙур ижтимағи ойошма булған Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы шымып ҡалһа, үҙ фекерен әйтмәһә, сәйер булыр ине, - тип белдерҙе Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы етәксеһе урынбаҫары Александр Шершуков.
Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһының Себерҙәге вәкиле Дмитрий Морокин да тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Мин - Новосибирскиҙан. Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Бында минең өсөн барыһы ла ҡыҙыҡ – халҡығыҙ, мәҙәниәтегеҙ. Бына бөгөн беренсе тапҡыр милли эсемлегегеҙ - ҡымыҙҙы ауыҙ иттек. Бик тәмле. Илебеҙҙең төрлө мөйөштәренә булһаҡ та, донъяға бер төрлө ҡарайбыҙ. Был бер еп кеүек йөрөш, барлыҡ төбәктәрҙе, биләмәләрҙе, халыҡтарҙы берләштерә.
Фото: социаль селтәрҙән.