Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2022, 09:38

Олатайым менән ғорурланам

Олатайым Әлфит Ислам улы Усманов 1957 йылдың 7 декабрендә Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһында ябай эшсе ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлап, Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Дәүләкәнгә күсеп килә. Ғүмер буйы ошо ҡалалағы предприятиеларҙа эшләй. Әле ул хаҡлы ялда. Уға 64 йәш, өләсәйем менән бергә Дәүләкән ҡалаһында йәшәй.

1986 йылдың 26 апрелендә бөтә донъяны Чернобыль АЭС-ындағы ҡот осҡос экологик фа­жиғә тетрәндерә. Илебеҙҙең бө­тә төбәктәренән авария эҙем­тәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһә­теү өсөн хәрби бурыслыларҙы һәләкәт булған ергә ебәрәләр. Улар иҫәбендә олатайым да була. 1988 йылдың 29 июленән 11 октябренә тиклем ул һәләкәт урынынан 30 километрлыҡ зонала авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша.

Бына нимәләр һөйләне олатайым шул ваҡыттағы ваҡиға­ларҙы иҫкә төшөрөп.

“1986 йылдың 12 майында хәрби комиссариат аша беҙҙе башта Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһына карантинға (уҡырға) саҡырҙылар. Унда ике ай булдыҡ. Һуңыраҡ обмундирование, кәрәк-яраҡ алып, Иванково ҡалаһына юлландыҡ. Ул Чернобылдән 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Урынға килеп еткәс кенә фажиғәнең ни тиклем ҡот осҡос булыуын аңланым. Ташландыҡ ҡасабалар, ҡалалар, емерелгән ҙур предприятиелар, урам­дарҙа ҡалдырылған автомо­билдәр, һарғайған ҡарағай урманы, кеше буйы тиерлек ике-өс килограмлыҡ аҡ мутант бәшмәктәр, ҡырағайланған эттәр… Бөтә ергә “Инеү тыйыла”, “Ағыулы биләмә” тигән таҡталар ҡуйылған, сәнскеле сым һуҙылған.

Радиация – бик ҡурҡыныс дошман, ул күренмәй ҙә, тәме лә, еҫе лә юҡ. Станциянан 30 ки­лометр радиуста техника үтә алмаған ергә противогаз, респиратор кейгән кешеләр йә­йәүләп юллана. Минутлап, сә­ғәт­ләп эшләргә тура килде. Үҙе­беҙ менән радиация кимәлен күрһәткән дозиметрҙар йөрөтә инек.

Беҙҙе һуңыраҡ “ликвидатор” тип атай башланылар. Хәүеф­ле зонала сменалап эшләй торғайныҡ. Максималь радиация дозаһын “йыйғандар” ҡай­тып китә, уларҙың урынына баш­ҡалары килә торҙо. Һу­ңыраҡ барыбыҙ ҙа авария ликвидаторы статусын, билдәле бер льготалар алдыҡ, әммә арабыҙҙа үлем осраҡтары норманан тиҫтәләрсә тапҡыр күберәк ине.

Хәүефле зонала эшләү һаулыҡта ла кире сағылыш тапмай ҡалманы: дуҫтарымдың ҡайһы берҙәре арабыҙҙа юҡ инде, тереләр ҙә радиацияға дусар булды. Тыуған яғыма 1988 йылдың октябрендә әйләнеп ҡайттым…”

Олатайыма һоҡланып бөтә алмайым. Ул – радиацияның хәүефле эҙемтәләренән ҡурҡ­майынса, ошо һәләкәттә зыян күргән кешеләргә ярҙам итергә ашыҡҡан ҡыйыу шәхес. Ҡа­һарманлығы өсөн ике “Һәлә­кәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн”, “Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә 35 йыл”, “ЧАЭС-тағы аварияға 30 йыл” миҙалдары, “В.И. Ленин исемендәге Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлыҡ һәм героизм өсөн”, “Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә тураһындағы иҫтәлеккә” билдәләре менән бүләкләнгән.

Олатайым менән өләсәйем өс бала тәрбиәләп,  оло тормош юлына баҫтырҙы. Ике ҡыҙы һәм улы мәғариф өлкәһендә эшләй. Әле олатай менән өләсәй алты ейән-ейәнсәрен тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтә.

Чернобыль фажиғәһе алыҫ үткәндәрҙә ҡала бара. Әммә бер нәмә лә онотолмай. Уртаҡ ҡайғы кешеләрҙе берләштерә. Улар ҡурҡыу белмәйенсә бер-береһенә ярҙамға ашыға.

Ҡәҙерле олатайым менән өләсәйемә һаулыҡ, оҙон ғүмер, тыныс күк йөҙө теләйем.

 

Ирина БӘШИРОВА,

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина колледжы студенты.

Читайте нас: