Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2022, 09:15

“Әсәйем уҡытыусылыҡҡа бар тиһә лә, сәхнәне һайланым”

Тап шулай ти Ишембай милли мәҙәниәттәр үҙәге художество етәксеһе Раушания Вәлиева.

Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.
Фото:Автор һәм ғаилә архивынан фотолар.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренән башҡа тормошобоҙҙо күҙ алдына килтереүе ауыр. Кешеләрҙе тормош мәшәҡәттәренән арындыра, күңелдәренә рухи көс өләшә был һөнәр эйәләре. Раушания Вәлиеваны ла яҡташтары художество етәксеһе генә түгел, ә моңло тауышлы йырсы итеп тә белә.

Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә эшләп килгән “Дуҫлыҡ” башҡорт халыҡ вокаль ансамбле менән дә сығыш яһай, “Таң” татар ансамблендә – татарса, “Өмөт” сыуаш ансамблендә сыуашса бик оҫта итеп йырлауы менән дә айырылып тора ул. Төрлө милләт халыҡтарын үҙенә туплаған үҙәктең маҡсаты – ошо төбәкте үҙ итеүселәрҙең йолаларын, йыр-бейеүҙәрен һаҡлап алып ҡалыу. Ошо маҡсатта улар йыш ҡына мәктәптәргә лә йөрөй.

– Концерттарҙа ғына ҡатнашмайбыҙ, байрамдарҙы ла күмәкләшеп уҙғарабыҙ. Шул ваҡытта төрлө телдә яңғыраған йырҙар биҙәй беҙҙең табынды. Әле пандемия арҡаһында ғына улар һүрелеп ҡалды, – ти Раушания.

Ҡалала ағинәйҙәр ойошмаһы барлыҡҡа килгәс, эш тағы ла йәнләнеп китә. Улар ҙа милли мәҙәниәттәр үҙәгендә туплана. Сир таралған ваҡытта видеояҙмалар төшөрөп ебәреп тә конкурстарҙа ҡатнашалар. Ансамблдәрҙе лә төрлө конкурстарҙа күреп торабыҙ. Мәҫәлән, “Дуҫлыҡ” ансамбле былтыр “Торатау моңо” башҡорт хорҙары һәм вокаль ансамблдәре асыҡ республика фестивалендә икенсе дәрәжә лауреат исемен яуланы. Шулай уҡ үткән йылда “Ретро шлягер” ретро йыр башҡарыусылар асыҡ конкурсында ла өсөнсө дәрәжә дипломант булдылар.

 – Коллектив бик татыу беҙҙең. Ансамбль төрлө һөнәр эйәләрен туплаһа ла, уларҙың барыһын да сәхнәгә һөйөү берләштерә. Хаҡлы ялдағылар ҙа, төҙөүселәр ҙә, тәрбиәселәр ҙә, шәфҡәт туташтары ла, завод эшселәре лә бар араларында. Ә сәхнәгә сыҡҡас, барыһы ла йырсыға әүерелә. Эштән һуң йүгереп репетицияларға килгән йырсыларыбыҙға ҙур рәхмәт. “Дуҫлыҡ” тигән исемебеҙгә тап төшөрмәй, сәхнәлә лә, тормошта ла дуҫ йәшәйбеҙ, – ти, йылмайып, Раушания Вәлиева.

Сыуаш ансамбле лә республикала билдәлелек яулаған. Өфөлә сыуаш йыры республика конкурсында улар йыл да призлы урындар алып ҡайта. Раушанияның хеҙмәтен күтәргән маҡтау грамоталары ла аҙ түгел. Эшкә баһа бирә, күңелгә дәрт өҫтәй улар. Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең художество етәксеһе булып эшләүенә лә хәҙер 10 йыл булып киткән. Арып киткәндә лә, йыр-моң уның күңеленә шифа биреп, яңы ынтылыштарға әйҙәй. Ҡасандыр мәктәптә уҡыған сағында әсәһе уҡытыусылыҡҡа барырға кәңәш итһә лә, күңел ҡушыуы буйынса Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына юлланыуы хата булмаған Ҡанаҡай ҡыҙының, сөнки йыр-бейеүгә һөйөү уның күңел төпкөлөнә һалынған.

– Үҙем сәнғәт ғаиләһендә үҫмәһәм дә, уға тартылыу бәләкәйҙән булды. Әйтеүҙәре буйынса, әсәйем яғынан Миңнебай олатайым оҫта ҡурайсы булған. Мин дә бәләкәйҙән йырлай инем, айырыуса бейергә яраттым. Конкурстарҙа ла ҡатнаштым, шуға ошо һөнәр күңелемә нығыраҡ яҡын булғандыр. Оҙаҡ уйлап тормай, әхирәтем менән Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумына юлландым. Уны тамамлағас, хеҙмәт юлымды 1997 йылда Көҙән мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып башланым. Ят ауылда өйрәнеп китеүе бик ҡыйын булманы. Мәктәп менән бергә, йыр-моң яратыусыларҙы туплап эшләп алып киттем.

Әйткәндәй, буласаҡ тормош иптәшемде лә ошо ауылда осраттым. Көҙән егете менән тормош ҡорҙом. Үҙе йыр-моңға әүәҫ булмаһа ла, эшемде һәр ваҡыт аңлай. Йәш саҡта Көҙәндә спектаклдәрҙә лә ҡатнашты. Әле лә ҡайҙалыр барырға кәрәк булһа, машина менән алып барып ҡуя. Сәхнәлә ир ҡулы кәрәк саҡта, унда ла ярҙам итергә әҙер. Икебеҙ төрлө һөнәр кешеләре булһаҡ та, үҙ-ара аңлашып ғүмер итәбеҙ, – ти әңгәмәсем.

Раушанияның сәхнәгә оҫталығы балаларына ла күскән. Ҡыҙҙары Гүзәлиә сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлеген тамамлаған. “Дуҫлыҡ” ансамблендә йырлаған мәлдәре лә күҙ алдында. Медицина юлынан китһә лә, әле лә йырларға ярата Гүзәлиә. Ә бына улдары Рузил һигеҙ йәштән бейеү менән шөғөлләнә.

– Ҡала мәҙәниәт һарайында “Аҡбуҙат” балалар бейеү ансамбле асылғандың тәүге көнөндә үк улымды бейеүгә алып барғайным, шунан бирле йөрөй. Ҡала мөхитендә балалар өсөн ошондай халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойошторолоуы бик һәйбәт. Улыбыҙҙың бейеүҙе яратыуы, концерттарҙа сығыш яһауы, конкурстарҙа ҡатнашыуы беҙҙең өсөн дә бик ҡыуаныслы, – тип бала саҡта үҙе лә бейергә яратҡан әңгәмәсем һөйөнөсөн йәшермәне. – Ғөмүмән, сәхнә ул ҙур тартыу көсөнә эйә. Ҡайһы саҡ арып-талып ҡайтһам да, ул тиҙ онотола, йәнә сәхнәгә сығаһы килә башлай. Башҡа һөнәрҙә эшләүемде күҙ алдыма ла килтермәйем.

 Эшен, сәхнәне генә түгел, ғөмүмән, тормошто яратыуына бәйлелер Раушания Рәмил ҡыҙының уңышы. Сибәрлеге, ихласлығы, күңелгә ятышлы моңло тауышы, сәхнә йәме була белеүе менән арбай ул үҙ тамашасыларын. Ишембай сәхнәһендә уның үҙ урыны, үҙ биҙәге. Киләсәктә ошо сифаттары тағы ла сағыулана барһын ине.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: