Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеү буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә ҡулланыу баҙарындағы, агросәнәғәт комплексындағы, транспорт тармағындағы һәм халыҡтың мәшғүллеге өлкәһендәге хәл ҡаралды.
Кәңәшмә башында Яҙ һәм хеҙмәт, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көндәренә арналған саралар барышында йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Башҡортостан буйынса эске эштәр министры урынбаҫары Артур Сәйфуллин әйтеүенсә, 9 майҙа республиканың барлыҡ ҡала-райондарында “Үлемһеҙ полк” акцияһында бик күп кеше ҡатнашыуы көтөлә. Республика Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә хәрби ҡәберлектәрҙе төҙөкләндерергә ҡушты һәм 1 майҙан республикала янғынға ҡаршы махсус тәртиптең ғәмәлгә индерелеүе тураһында иҫкәртте.
– Байрам сараларын ойоштороуға, үткәреүгә яуаплы бөтә власть органдары тантаналарға бер ни ҙә ҡамасауламаһын, ә халыҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен хөрмәтләп иҫкә алһын, берҙәмлек, ватансылыҡ күрһәтһен өсөн үҙ-ара килешеп, аныҡ эш итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Артабан оператив штаб ултырышында ҡулланыу баҙарындағы хәлде һәм төп социаль әһәмиәтле тауар төрҙәренә хаҡтың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау буйынса күрелгән сараларҙы тикшерҙеләр.
– Башҡортостандың 44 районы аграрийҙары сәсеү кампанияһына әүҙем ҡушылды, келәттәрҙә аҙыҡ-түлек запасы тейешле күләмдә тупланған, – тип хәбәр итте республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Сәнәғәтселәр менән берлектә ауыл хужалығы техникаһына сығым материалдары һәм запас частар импортын алмаштырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Республикала сит ил тракторҙарына, комбайндарына, агрегаттарына ике меңдән ашыу деталь етештереү үҙләштерелгән.
Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев билдәләүенсә, министрлыҡ вәкилдәре көн һайын төп тауар төркөмдәре буйынса хаҡҡа мониторинг алып бара. Исемлектә – 52 аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған 19 тауар төрҙәре, шул иҫәптән төҙөлөш материалдары. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы етәксеһе Андрей Хомяков халыҡтың мөрәжәғәттәре кәмеүен билдәләне.
Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә быйыл йорт янындағы һәм баҡса ерендә үҫтерелгән продукция менән сауҙа итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу бурысын иҫкә төшөрҙө.
– Ҡала, ауылдарҙа баҡса продукцияһы менән ваҡытлыса сауҙа итеү өсөн уңайлы нөктәләр кәрәк. Беҙҙең бурыс – халыҡ үҫтереп алған йәшелсәһен, емеш-еләген рәхәтләнеп һата алһын өсөн ошондай стационар булмаған пункттарҙы мөмкин тиклем күберәк асыу, – тине Радий Хәбиров.
Алексей Гусев әйтеүенсә, дөйөм алғанда, муниципалитеттарҙа баҡсасылар өсөн 700-гә яҡын яңы сауҙа урыны ойоштороу күҙаллана. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ведомство белгестәренең көн һайын мәшғүллек өлкәһендәге хәлде күҙәтеүе тураһында белдерҙе. 25 апрелгә эшһеҙлек кимәле 1,1 процент тәшкил иткән.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков төбәктең пассажирҙар тимер юл транспорты эше тураһында һөйләне.
– Транспорт министрлығы Куйбышев тимер юлы менән берлектә пассажирҙар ташыу күләмен һәм халыҡҡа уңайлыҡтарҙы артабан арттырыу йәһәтенән саралар комплексын әҙерләне, – тине ул.
Атап әйткәндә, “Көнбайыш экспресс” йөрөгән Өфө – Абдулла йүнәлешендә йәнә ике “Ҡарлуғас” заманса электр поезын ебәреү күҙаллана. 2022 йылдың икенсе яртыһында Өфө – Белорет маршруты буйынса ла ошондай уҡ составты юлға сығарыу ҡарала. 2023 йылда маршрутты Магнитогорскиға һәм Сибайға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге лә тикшерелә.
Фото: glavarb.ru/rus/press
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press