Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2022, 11:00

Ҡулдары алтын был егеттең!

Ошо эшкә уның бер йыл тирәһе ваҡыты киткән. 

Ҡулдары алтын был егеттең!
Ҡулдары алтын был егеттең!

Туғыҙынсы класс уҡыусыһы Никита Толстов оригами менән күптән ҡыҙыҡһына. Яңыраҡ ул ҡағыҙҙан ике метрлыҡ Василий Блаженный соборы ҡоролмаһын төҙөп ҡуйған. Уны яһауға бер йыл ваҡыт китте, ти ул.

Малайҙың ата-әсәһе улдарының был шөғөлөнә төрлөсә ярҙам итә: кәрәкле материалдар менән тәьмин итә, оригами модулдәрен әҙерләшә.

- Беҙ 54 меңгә яҡын модуль әҙерләнек. Ҡорамды төҙөү өсөн биш мең һумлыҡ материал һатып алынды, - ти туғыҙынсы класс уҡыусыһы. - Бындай ҙур проект өҫтөндә эшләгәндә мейе интернеттан алынған белемде үҙенән-үҙе камиллаштырырға тотона. Мәҫәлән, ПВА елеме урынына үҙем ондан йәбештергес ҡайнаттым. Уға һатыу елеме лә өҫтәнем, әлбиттә, шулай ҙа һиҙелерлек аҡса янда ҡалды.

Никитаның уй-хылдары ҙур. Киләсәктә ул, һәр бер детален дә иҫәпкә алып, Европа чемпионаты кубогын тәбиғи ҙурлығында яһарға теләй. Шулай уҡ Спас ҡорамын да ошо уҡ техника буйынса күтәрергә хыяллана.

Ҡыҙыҡлы һәм файҙалы эштәр менән шөғөлләнгән Никитаға уңыштар, яңы идеялар ғына теләргә ҡала.

Фото:tuvest.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: