Рәсәй халҡы һуңғы айҙарҙа быға тиклем булмаған илһөйәрлек, берҙәмлек күрһәтә. Әлеге ваҡытта илебеҙ Президентына, республиканан алыҫтағы Украина ерендә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә лә хуплау һәм теләктәшлек күрһәтеү кәрәк. Шуға күрә илебеҙ төбәктәре буйлап “ZаРоссию” музыкаль-патриотик марафоны иғлан ителде. Музыкаль марафон 12 апрелдә Тверь ҡалаһында башланды. 5 майға тиклем ул илдең алты федераль округының 30 ҡалаһында үтәсәк – Үҙәк, Төньяҡ-көнбайыш, Көньяҡ, Волга буйы, Урал һәм Себер. Башҡортостан эстафетаны Бийск ҡалаһынан алды. Ҙур илһөйәрлек ҡалаһы Өфөлә йома көндө үтте.
“Яңы офоҡтар” яңы белемдәргә әйҙәй
Саралар йома иртән Рәсәй “Белем” йәмғиәте ойошторған “Яңы офоҡтар” мәғрифәтселек форумы менән башланып китте. Ул республикабыҙҙың төп вузы – Башҡорт дәүләт университеты майҙансығында ойошторолдо. Бында иҡтисад, социология, тарих, культурология һәм психология өлкәһендәге ғалимдар һәм эксперттар сығыш яһаны.
Форум программаһына өс трек инде. Беренсеһе “Яңы офоҡтар” рәсәйҙәр өсөн яңы ысынбарлыҡта асылған мөмкинлектәрҙе һәм перспективаларҙы күрһәтә. Белгестәр производствоның төрлө тармаҡтарын үҫтереү фараздары менән уртаҡлаша, импортты алмаштырыу, заманса технологиялар һәм яңы бизнес-проекттарға мохтаж өлкәләр хаҡында һөйләне.
“Рәсәйҙең донъялағы роле” трегы сиктәрендә төрлө гуманитар белем өлкәләренән профессионалдарҙың сығыштары булды, бында дәүләттең формалашыу процесы, уның үҙаллылығы һәм ваҡыттың төрлө осорҙарында стратегик мәнфәғәттәре тураһында һүҙ барҙы.
“Беҙ бергә” трегы программаһында – төрлө халыҡтарҙың йолаларын һәм рәсәйҙәрҙең спортта, мәҙәниәттә, башҡа өлкәләрҙәге билдәле ҡаҙаныштарын тикшереү. Шулай уҡ шәфҡәтлелек һәм үҙ-ара ярҙам күрһәтеү, стресҡа ҡаршы көрәш алымдары һәм тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү иғтибар үҙәгендә булды.
Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова сәләмләне.
– Бөгөн Башҡортостан мәғрифәтселек марафонын ҡабул итә, ул шулай уҡ илебеҙҙең 30 ҡалаһында үтә. Бындай саралар айырыуса ябай булмаған тышҡы сәйәси мөнәсәбәттәр осоронда бик мөһим. Бында бөтә муниципаль берәмектәр вәкилдәре һәм әүҙем студент йәштәр йыйылды. Был белем усаҡтары артабан үҙҙәренең биләмәләрендә аңлатыу саралары үткәреп, уҡыусыларға, студенттарға замандың төп тенденцияларын еткереүгә булышлыҡ итәсәк. Һәр тыңлаусы үҙ йүнәлеше буйынса тема табасаҡ. Киләсәктә ошо саралар республиканың ҙур ҡалаларында һәм муниципалитеттарында ла уҙасаҡ, – тине ул.
Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров та ҡатнашты. Уның фекере буйынса, “Яңы офоҡтар”ҙың маҡсаты – Рәсәйҙә фәнде үҫтереүҙең күп йыллыҡ тарихында тупланған тикшеренеүҙәрҙең киң өлкәләрендә белемде популярлаштырыу.
“Мин – рәсәйле, мин – башҡорт!”
Өфөләге “Торатау” конгресс-холы алдындағы майҙан гөрләп торҙо. Ҡулдарына флагтар, илебеҙҙең дәүләт символикаһын тотҡан йәштәр, студенттар, ғаиләләр, өлкәндәр ҙә күп бында. Меңәрләгән яҡташыбыҙ майҙансыҡҡа Президентыбыҙға, Донбасс халҡына, ундағы махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға теләктәшлек белдерер, республикабыҙ һәм Рәсәй йондоҙҙары ҡатнашлығындағы концертты ҡарар өсөн килгән.
“Концертҡа ҙур теләк менән килдек. Беренсенән, мин илебеҙ Президенты Владимир Путиндың сәйәсәтен хуплайым, беҙ тыныс йәшәһен өсөн көрәшкән егеттәребеҙгә теләктәшлек күрһәтәм. Икенсенән, ошондай матур көндө ойошторолған концертты ҡарағы килде. Билдәле һәм популяр артистар, яратҡан Рәсәй йондоҙҙарын яҡындан ҡарау мөмкинлеге бит был”, – тине дуҫтары менән килгән Ринат Әлмөхәмәтов исемле егет.
“Ғаиләбеҙ менән килдек. Кешеләр шундай күп, көслө энергетика тойола был урында. Һуңғы ваҡытта беҙҙең кешеләрҙә ватансылыҡ хистәре, Президентҡа ышаныс бермә-бер артты. Беҙ уның сәйәсәтен хуплайбыҙ, теләктәшлек белдерәбеҙ. Концерт та бик матур булырға оҡшай”, – тине Өфөнән Ғәлиндәр ғаиләһе.
Иң тәүҙә Рәсәй гимны яңғыраны. Концерт үҙебеҙҙең билдәле артистарыбыҙ сығыштары менән башланды. Тәүгеләрҙән булып Карина Низамова һәм Prado төркөмө, Зәйнетдин этно-коллективы халыҡтың күңелен күтәрҙе.
Майҙанда “Беҙҙең йөрәктәр яҡтыһы” Бөтә Рәсәй эстафетаһы үтте. Ирекмәндәр теләктәшлек, изгелек билдәһе тип тамашасыларға аҡ таҫмалар һәм көҙгө рәүешендәге йөрәктәр таратты. Ошонда уҡ хәйриә акцияһы ойошторолдо. Теләгәндәр Донбасс халҡына ярҙам йөҙөнән аҡса күсерә һәм шуның өсөн махсус символикалы футболка ала алды.
Халыҡты сәләмләү өсөн сараға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ – рәсәйҙәр. Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Бөгөн барығыҙға ла бында килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Әле еңел булмаған, әммә бик кәрәкле һәм мөһим осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн меңләгән егетебеҙ Донбасста мөһим мәсьәләне хәл итә – илде һаҡлай. Унда Башҡортостандан да меңләгән егет бар. Бөгөн бында йыйылыуыбыҙ – уларға теләктәшлек күрһәтеү. Барыбыҙ ҙа бергә икәнде белергә тейештәр. Беҙ улар өсөн бик борсолабыҙ, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, көтәбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Башҡортостан Башлығы бөгөн Владимир Путинға ла теләктәшлек күрһәтергә кәрәклеге хаҡында әйтте.
– Президентыбыҙға теләктәшлек белдереү бик мөһим. Илебеҙгә һәм лидерыбыҙға ҡот осҡос баҫым яһала. Бөгөн күмәкләп иңгә-иң терәшеп баҫһаҡ – һәр бурысты атҡарып һәм ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығасаҡбыҙ. Тик бергә булһаҡ ине, – тине ул. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егеттәребеҙ һәләк була. Беҙҙең өсөн ғүмерҙәрен биргән йәштәрҙең ғаиләләрен йылылыҡ, һөйөү менән солғап алыу – мөһим маҡсатыбыҙ, уны мотлаҡ үтәйәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Радий Хәбиров майҙанға йыйылған һәр кемгә тағы бер тапҡыр ихлас рәхмәт әйтте.
– Бында килгәнегеҙ өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт. Һеҙ – яҡты күңелле кешеләр. Ошо юлды бергәләп үтербеҙ. Президенттың нимә әйткәнен иҫегеҙҙә тотһағыҙ ине: мин лак та, татар ҙа, йәһүд тә, мордва ла, тине ул. Һәр беребеҙ мин рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, чечен һәм башҡалар тип әйтә ала. Тик шулай ғына йәшәргә тейешбеҙ. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт һәм тик алға ғына! – тине Радий Хәбиров.
Сара “Беҙ бергә!”, “ZА МИР БЕЗ НАЦИЗМА!”, “ZА РОССИЮ” лозунгылары аҫтында үтте. Унда легендар рок төркөмө “Ва-Банк” һәм уның лидеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Александр Скляр, шулай уҡ Сергей Галанин етәкселегендәге “СерьГа” төркөмдәре ҡатнашты. Марафондың рок-маршрутының киләһе ҡалалары – Новокузнецк һәм Магнитогорск.
Республика ҡалалары ихлас ҡушылды
“ZаРоссию” музыкаль-патриотик концерты үткәйне, шәмбе һәм йәкшәмбе эстафетаны республиканың башҡа ҡалалары дауам итте. Шәмбе көндө саралар Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау, Салауат, Ағиҙел һәм башҡа ҡалаларҙа ойошторолдо, йәкшәмбе Нефтекамала булды. Уларҙың сәхнәләрендә республиканың һәм урындағы йондоҙҙар сығыш яһаны.
Райондарҙа саралар киң ҡолас менән һәм күңелле үтте. Туймазылар марафонды “Родина” мәҙәниәт һарайында ойошторҙо. Район хакимиәте башлығы Айҙар Суфийәнов йыйылған халыҡты сәләмләп, берҙәм булырға саҡырҙы. Туймазыларҙы республика йондоҙо Тимур Рамаҙанов сағыу йырҙары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ урындағы артистар сығыш яһаны.
Салауаттар ҙа “ZаРоссию” марафонына йыйылды. Салауат башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡаланың яратҡан артистары – Марина Матвеева менән Павел Анисимов сығыш яһаны. Салауат башҡорт драма театры актерҙары Бөйөк Ватан һуғышы йырҙарынан попурриҙарҙы иҫ киткес оҫталыҡ менән башҡарҙы. Һәм республика эстрадаһы йондоҙҙары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Александр Лынник, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Әлфиә Ниғмәтуллина, Алиса Жумағәлиева һәм Илдар Абдуллин, йәш йондоҙҙар ике сәғәтлек концерт ҡуйҙы.
Стәрлетамаҡтар “Содовик” паркында йыйылды. Концертҡа ҡәҙерле ҡунаҡ – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Михаил Калабухов килде. Парктың асыҡ сәхнәһендә ҡала халҡы өсөн Стәрлетамаҡтың ижади коллективтары – “Родные напевы” рус йыры хоры, “Водолей” эстрада йыры студияһы, “Хыял” вокаль ансамбле, “Тавах” сыуаш йыры ансамбле, “Оптимистар” педагогик хеҙмәт ветерандары хоры, “Каледа” балалар фольклор ансамбле сығыш яһаны. Шулай уҡ йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Миңлеғәле Хөснөтдинов һәм Инсаф Ғәлимов, Лилиә Ишембәтова һәм Лариса Фәсхетдинова башҡарҙы. Сәхнә янындағы паркта хәрби техника күргәҙмәһе эшләне. Байрам ҡунаҡтары тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланды.
Сибайҙар ҡаланың үҙәк майҙанына йыйылды. Күләмле сара өс меңгә яҡын кешене һәм ҡала ҡунаҡтарын йыйҙы, улар иҫәбендә Урал аръяғының һигеҙ районынан башлыҡтар һәм уларҙың командалары ла булған. Улар бөгөн Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре спартакиадаһы сиктәрендә ярышта ҡатнашты. Улар өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары һәм ҡаланың ижади коллективтары сығыш яһаны.
Мәләүез менән Бәләбәй ҡалалары халҡы өсөн дә патриотик-музыкаль саралар ойошторолдо. Был ҡалаларҙа халыҡ үҙенең берҙәмлеген, дәррәүлеген, илһөйәрлеген күрһәтте. Йыйылған халыҡ алдында үҙҙәренең урындағы йондоҙҙары һәм республика артистары сығыш яһаны.
Нефтекамалар Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы алдындағы майҙанда йыйылды, улар Рәсәй, Башҡортостан флагтарын, йәштәр ойошмаларының, хәрби-патриотик клубтарҙың байраҡтарын, тыныслыҡҡа саҡырған, фашизмға һәм нацизмға ҡаршы плакаттар тотҡан.
Сәләмләү һүҙҙәре менән тамашасыларға ҡала хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов мөрәжәғәт итте: “Беҙ ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ, әлегеләй берләшеп, беҙ Донбасстағы егеттәребеҙгә теләктәшлек күрһәтергә тейешбеҙ, уларҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Беҙ улар менән! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров әйткәнсә, “Беҙ бергә, иңгә-иң терәшеп йәшәргә тейешбеҙ. Башҡорттар, татарҙар, удмурттар, сыуаштар, мордвалар, беҙ бергә!”
Парктың асыҡ сәхнәһендә ҡала халҡы өсөн Нефтекаманың ижади коллективтары сығыш яһаны. “PRADO” төркөмө һәм “Зәйнетдин” этно-поп-төркөмө концерттың төп ҡунағы булды.
Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:
– Бөгөн Көнбайыш илдәре Рәсәйгә ғәйәт ҙур баҫым яһай, уларҙың маҡсаты – илде көсһөҙләндереү, – тине Константин Толкачев. – Беҙ Рәсәйгә иҡтисади яҡтан баҫым яһап юҡ итергә тырышыуҙарын күрәбеҙ. Эшкә иң бысраҡ алымдар ҡушыла: тоталь дезинформация һәм русофобияны тоҡандырыуҙан башлап Бандераға эйәреүселәрҙе ҡорал менән тәьмин итеүгә тиклем. Ләкин провокациялар үтмәйәсәк. Бөгөн Ҡораллы Көстәребеҙ Донбассты яҡлау буйынса мөһим бурыстарҙы үтәй. Улар араһында республикабыҙҙа йәшәүселәр байтаҡ. Рәсәйҙәр үҙҙәренең неонацизмды бөтөрөү ниәтендә берҙәм. Беҙҙең көс – берҙәмлектә һәм дөрөҫлөктә.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары:
– Беҙ Рәсәй менән! Бөгөнгө концерт ил Президентына теләктәшлек белдереү, ул алып барған сәйәсәтте хуплауыбыҙҙы белдереү өсөн шәп мөмкинлек. Тыуған илебеҙҙе яратабыҙ! Изге теләктәребеҙ менән Украинала хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең рухын күтәрәбеҙ. Шуға ла беҙ бөгөн бында. Армияға еңеү теләйбеҙ. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған йорттарына әйләнеп ҡайтһын! Бергә булғанда, беҙҙе берәү ҙә еңә алмаҫ.
Илдар ХӘМИТОВ, ирекмән-табип, Йылайыр район үҙәк дауаханаһының баш табибы, табип анестезиолог-реаниматолог, педиатр:
– Яңыраҡ ҡына Луганск ҡалаһында йөрөп ҡайттым. Өс аҙналыҡ эш командировкаһы барышында был төбәктәрҙәгә хәлде үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп тетрәндек. Бындағы табиптар көн тимәй, төн тимәй, эшләйҙәр, кешеләргә ярҙам итә. Уларҙың, ысын мәғәнәһендә, ялы ла, үҙҙәре өсөн ваҡыты ла юҡ һәм бының өсөн өҫтәмә аҡса ла түләнмәй. Урындағы табиптарҙың үҙ эшенә шул тиклем тоғро булыуҙарына, фиҙакәрлегенә һоҡландыҡ, иҫебеҙ китте. Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам иттек, эштәрен еңелләштерергә тырыштыҡ һәм әгәр тағы ла ул яҡтарға командировкаға ебәрһәләр, ихлас барып, ярҙам итергә әҙермен. Әлеге митинг-концертҡа килгәндә, унда беҙ ғорурлыҡ тойғоһо менән ҡатнашабыҙ. Луганскиҙа эшләгән саҡта, ундағы табиптар менән дуҫлаштыҡ, дөйөм чаттарыбыҙ бар. Үҙебеҙҙә уларға теләктәшлек йөҙөнән үткәрелгән һәр сараны ебәреп, күрһәтеп барабыҙ. Бөтә Рәсәй халҡының улар өсөн булыуын тойоу уларға көс һәм дәрт бирә. Беҙ ошо саралар аша берҙәмлекте күрһәтәбеҙ, һеҙ яңғыҙ түгел, тибеҙ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.