Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель , 22:15

306 мәжбүри күскенсе килде

Уларға документтар юллауҙа һәм эш менән тәьмин итеүҙә мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәк, бер тапҡыр бирелә торған ун мең һум аҡса тапшырыласаҡ.

306 мәжбүри күскенсе килде
306 мәжбүри күскенсе килде

Бөгөн Өфөләге тимер юл вокзалына Дондағы Ростов ҡалаһынан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәжбүри күскенселәр булған махсус состав килде.

“Поезда барлығы 306, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән һәм оло йәштәге 69 кеше килде. Хайуандар ҙа бар ине – дүрт эт, биш бесәй, тутыйғош, гөбөргәйел", - тип һөйләне республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

Перронда килеүселәрҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы, медицина, махсус хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре, психологтар һәм ирекмәндәр ҡаршыланы. Граждандарҙы автобустарға тиклем оҙаттылар, һәр йәһәттән ярҙам иттеләр. Граждандарҙың бер өлөшө Стәрлетамаҡтағы ваҡытлыса урынлашыу пунктына йүнәлде, ҡалғандары Өфөлә ҡалды. Ваҡытлыса урынлашыу пункттары өсөн профилакторийҙарҙа, санаторийҙарҙа урын булдырылған. Унда барлыҡ мөһим, шул иҫәптән аҙыҡ-түлек, медицина йәһәтенән һәм беренсе кәрәк-яраҡ бар.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың хәбәр итеүенсә, килгән граждандарға документтар юллауҙа һәм эш менән тәьмин итеүҙә мотлаҡ ярҙам күрһәтеләсәк, шулай уҡ бер тапҡыр бирелә торған ун мең һум аҡса тапшырыласаҡ.

Фото: республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в