Икмәк бешереүселәр, фермерҙар, сыр, ярма, пластмассанан изделиелар етештереүселәр, карьер үҙбушатҡыстары водителдәре һәм тегенселәр – социаль селтәрҙә март аҙағында башланып, #БеҙЭшләйбеҙ хештегы менән үткән күләмле акцияла Башҡортостан халҡы әүҙем ҡатнашты. Республика етештереүселәре ҡатнашлығындағы роликтарҙың береһен (https://vk.com/wall-210913552_1803) 850 меңдән ашыу кеше ҡараған.
Әле акцияла илдең 83 төбәгендә төрлө етештереү тармағынан 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың яртыһынан күберәге – аҙыҡ-түлек сәнәғәте вәкилдәре. Социаль селтәрҙә ит комбинаттарында, фермаларҙа, ярма цехтарында һәм он тартыу, һөт заводтарында, теплица хужалыҡтарында, балыҡсылыҡ цехтарында нисек эшләгәндәрен күрергә була.
#БеҙЭшләйбеҙ акцияһын Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы хуплап сыҡты. Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Алексей Беспрозванных: “Үҙебеҙҙең тауар етештереүселәрҙең өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте көрсөккә ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашыра. Бизнесҡа федераль кимәлдә булышлыҡ итеүҙән тыш, урындарҙа ла эш алып барыла. Тап шуға күрә бөгөн бик күп предприятиелар эште дауам итеү, йыш ҡына хатта ҡеүәттәрҙе арттырыу хаҡында белдерә. Предприятиелар башлап ебәргән #БеҙЭшләйбеҙ флешмобы бөгөнгө ысынбарлығын уңышлы сағылдырған һөҙөмтәле алым булып сыҡты. Дуҫтар, эшләгеҙ, ә беҙ ярҙам итербеҙ!” - тип билдәләне. Ведомство социаль селтәрҙәге сәхифәһендә (https://t.me/minpromtorg_ru/228) һәм сайтында https://minpromtorg.gov.ru/press-centre/news/#!uzhe_svyshe_1_200_predpriyatiy_rossii_prinyali_uchastie_vo_fleshmobe_myrabotaem) акцияға баһа бирҙе, санкцияларға ҡарамаҫтан эшен туҡтатмағандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.
Акцияла ҡатнашыусыларҙы рәсәйҙәр ҙә хуплай: видеояҙмаларҙы 40 миллиондан ашыу кеше ҡараған, дүрт меңдән күберәге үҙенә күсереп алған, уларҙы хуплап йөҙҙәрсә комментарий яҙылған. Акцияла ҡатнашҡан фермерҙар, эшҡыуарҙар әйтеүенсә, сара уларға иҡтисади хәлгә икенсе күҙлектән ҡарап, мөмкинлектәрҙе ҡайтанан баһалау, билдәләнгән пландарға үҙгәрештәр индереү, көстө ҡайтанан бүлеү мөмкинлеген биргән.
Башҡортостандың Күгәрсен районында кемперҙар – тәгәрмәсле йорттар сығарған предприятие етәксеһе Илфат Байназаров #БеҙЭшләйбеҙ акцияһында ҡатнашыуҙы яҡшы тәжрибә тип иҫәпләй. Импортҡа алмашты популярлаштырыу барыһына ла – етештереүселәргә лә, ҡулланыусыларға ла отошло, ти ул.
Бүздәк районында ҡыяр үҫтергән теплица хужалығы хужаһы һәм етәксеһе Рәлиф Сәйфетдинов, илебеҙ һәр саҡ туҡ булыр, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителер, сөнки дәүләт етештереүселәргә ярҙам күрһәтер, тип инана. Ул борсолмаҫҡа, рух күтәренкелеген юғалтмай эшләргә саҡыра, шул саҡта барыһы ла уң булыр.
Фото: "Башинформ".