Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2022, 16:00

Балтас районы Донбассҡа гуманитар ярҙам йыйҙы

Был изге эшкә һәр кем ҡушыла ала

Балтас районы Донбассҡа гуманитар ярҙам йыйҙы
Балтас районы Донбассҡа гуманитар ярҙам йыйҙы

Район мәҙәниәт һарайында үҙешмәкәр сәнғәт әһелдәре Илдар Хаматов, Әлфинә Нурҡаева, Гүзәл Әхмәтйәнова ҡатнашлығында “Йөрәгемә усаҡ яғып көтәм” тигән концерт программаһы һәм “Балҡыш” халыҡ театры күрһәткән "Шайморатов генерал" спектакленән килгән килемдең бер өлөшөн гуманитар ярҙам сифатында әҙерләп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаһына оҙатырға  ҡарар итте.

Күптән түгел был аҡсаға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек: ярмалар, һалма, шәкәр, минераль һыу, үҫемлек майы, сәй әҙерләп, “Ғаилә” үҙәгенә тапшырҙылар.

  • Бөгөн ауыр хәлдә ҡалған, ҡырыҫ шарттарҙа йәшәргә мәжбүр булған халыҡҡа ярҙам булһын. Аслыҡтан интекмәһендәр, имен-һау булһындар, — ти Илдар Хаматов.

"Шайморатов генерал" спектаклендә төп ролде башҡарған Айдар Сираев та фекере менән уртаҡлаша:

  • Был спектаклдә шундай ҙур роль уйнауым минең өсөн оло ғорурлыҡ булды. Луганск — изге урын. Унда беҙҙең легендар комдивыбыҙ, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов батырҙарса һәләк була һәм шунда ерләнә. Беҙ, уның вариҫтары, бындай саранан ситтә ҡала алмайбыҙ.

“Ғаилә” үҙәгендә халыҡтан гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Теләүселәр уны "Беҙҙең хәстәрлек" ирекмәндәр ойошмаһына ла килтерә ала. Гуманитар ярҙам булараҡ тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, рус телендә нәшер ителгән китаптар, балалар өсөн аҙыҡ-түлек, кейем-һалым һәм башҡаһы эш ваҡытында ҡабул ителә.

Балтаста ярҙам итергә теләүселәр күп. Сараға шәхси эшҡыуарҙар ҙа ихлас ҡушылған.

 

Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.

 

Балтас районы.

 

Һүрәттә: Балтастан гуманитар ярҙам.

Ғәзим ТАЛИПОВ фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: