Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2022, 14:30

“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”

Бөгөн  Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы автомобилдәре мөһим сараға ҡушылды.

“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”

Кисә Башҡортостанға Бөтә Рәсәй “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” һәм “Нацизмһыҙ донъя өсөн” саҡырыуы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй автомобилдәр йөрөшө ҡатнашыусылары килде, тип хәбәр иткәйнек.

Бөгөн, 27 апрелдә, Профсоюздарҙың “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” һәм “Нацизмһыҙ донъя өсөн” саҡырыуы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй автомобилдәр йөрөшөнә беҙҙең республика ла ҡушылды. Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Башҡортостандың Профсоюздар ойошмаһы, Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы митинг ойошторҙо. Сараға Тыуған иле яҙмышы, киләсәге өсөн вайымһыҙ булмағандар йыйылғайны. Митинг Өфөләге 3-сө гимназия уҡыусыһы Алиса Ефимованың “Офицерҙар” кинофильмынан легендар йырҙы башҡарыуы менән башланды.

- Йөҙ йылдан ашыу профсоюздар тотош Рәсәй хеҙмәтсәндәрен туплай һәм берләштерә. Кеше бар икән – хеҙмәт була, хеҙмәт барҙа - профсоюздар эшләй. Йәмғиәт нисек кенә үҙгәрмәһен, ниндәй генә глобаль үҙгәрештәргә дусар булмайыҡ, мәшғүллек, эш хаҡы, законлылыҡ мәсьәләләре көнүҙәк булып ҡала. Әммә иң мөһиме – беҙҙең берҙәмлек, илебеҙҙе, ниндәй генә санкциялар булмаһын, көслө һәм сәскә атҡан итеп күреү.  Бары бергәләп кенә ошо санкцияларҙың кире йоғонтоһона дусар булмаясаҡбыҙ, тик бергә генә алға бара алабыҙ. Беҙ – хеҙмәт кешеһе, беҙ – нацизмһыҙ донъя өсөн! Беҙ Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин һайлаған юлдан барасаҡбыҙ. Берҙәмлектә - көсөбөҙ, - тип сараны асты Башҡортостандағы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко.

 - Байтаҡ юл үттек. Беҙҙе Өфө, Хабаровск кеүек ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, юл буйҙарында ла ҡаршылайҙар, Рәсәй армияһына, ил Президенты Владимир Путинға һәм Украиналағы махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдерәләр, - тине Рәсәй бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы етәксеһе урынбаҫары Александр Шершуков.

Башҡортостан Башлығының ватансылыҡ тәрбиәләү буйынса кәңәшсеһе, майор, Өфөләге 3-сө разряд гарнизонының Хәрби комендатураһы коменданты, Сүриәләге хәрби хәрәкәттәр ветераны Валентин Солодовник бөгөн  республиканың Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылыуыбыҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға теләктәшлек белдереү, йәмәғәтселектең берләшеүе хаҡында белдерҙе. Өфөнәң Киров районы хакимиәте башлығы Олег Котов та автойөрөштә ҡатнашыусыларҙы башҡорт ерендә сәләмләне.

 – Мин депутат ҡына түгел,  хәрби кеше:  Новосибирскиҙағы юғары хәрби-сәйәси училищены тамамланым, армияла хеҙмәт иттем. Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, депутаттар  исеменән автомобилдәр йөрөшөндә ҡатнашыусыларҙы сәләмләйем. Тыуған илебеҙ, Ватаныбыҙ менән ғорурланабыҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин алып барған сәйәсәткә теләктәшлек белдерәбеҙ. Үҙ бурысын үтәгән хәрбиҙәргә теләктәшлек белдерәбеҙ, - тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Салауат Харасов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторған сара  12 апрелдә Владивосток ҡалаһында башланғайны. Сарала ҡатнашыусылар Екатеринбург, Благовещенск, Хабаровск кеүек 15 ҡалала  булды.

Был сараның маҡсаты – Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға теләктәшлек белдереү, йәмәғәтселектең берләшеүе, Рәсәйҙең иҡтисади һәм социаль позицияларын нығытыу буйынса әүҙем эш, кешеләрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү. Шулай итеп, бөгөн  Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы автомобилдәре был сараға ҡушылды һәм Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә юлланды. Унда 1 майҙа профсоюздар йыйыла. 9 майҙа иһә Волгоградтағы Мамай ҡурғанында Еңеү көнөнә арналған масштаблы саралар була.

Автор фотолары.

“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
“Бары бергә генә алға бара алабыҙ...”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: