Бөгөн, 27 апрелдә, Профсоюздарҙың “Тыныслыҡ өсөн! Хеҙмәт! Май!” һәм “Нацизмһыҙ донъя өсөн” саҡырыуы аҫтында үткән Бөтә Рәсәй автомобилдәр йөрөшөнә беҙҙең республика ла ҡушылды. Өфөләге Профсоюздар йорто алдындағы майҙанда Башҡортостандың Профсоюздар ойошмаһы, Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы митинг ойошторҙо. Унда ҡатнашҡан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Салауат Харасов түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе:
– Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы ойошторған автомобилдәр йөрөшө Өфөгә килеп етте. Колонна составында 41 кеше бар. Улар барлыҡ федераль округтарҙы урап үтеп, кисә Волга буйы федераль округына килде. Бөгөн Башҡортостандан биш машина ҡушылды. Киләһе пунктта – Түбәнге Новгородта – улар 1 майҙа буласаҡ, артабан Мәскәүгә юлланасаҡтар. 9 майҙа был сара тамамланасаҡ.
Автомобилдәр йөрөшө илһөйәрлек тәрбиәләй, ул – Тыуған илебеҙ, граждандарыбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлау, ил Президенты Владимир Путинға, ул алып барған сәйәсәткә теләктәшлек белдереү, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы халыҡты ҡотҡарған хәрбиҙәргә теләктәшлек белдереү. Әйткәндәй, унда табиптарыбыҙ ҙа бар. Бөгөн халыҡтың, өлкәндәрҙең һәм йәштәрҙең, илдең тупланыуы мөһим. Беҙ – Рәсәй өсөн! Беҙ – тыныслыҡ өсөн! Беҙ – Владимир Путин өсөн! Беҙ – республикабыҙ өсөн! Бер кем дә беҙҙе еңә алмай!
Фото: bashkortostan.er.ru