Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2022, 21:45

Көн үҙәгендә - Өфөнөң юбилейына әҙерлек мәсьәләләре

Бөгөн ошо темаға арналған сираттағы кәңәшмә булды.

Көн үҙәгендә - Өфөнөң юбилейына әҙерлек мәсьәләләре
Көн үҙәгендә - Өфөнөң юбилейына әҙерлек мәсьәләләре

Бөгөн, 27 апрелдә, Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса эш төркөмөнөң сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе.

Юбилей 2024 йылда билдәләнәсәк. Профилле министрлыҡтар һәм төҙөлөш ойошмалары етәкселәре ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә төбәктең баш ҡалаһында юбилейға сафҡа индереү планлаштырылған төп ҡоролмаларҙы, объекттарҙы финанслау, проектлау, төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Кәңәшмәне буласаҡ Евразия китапханаһы янындағы биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшереүҙән башланылар. Төҙөүселәр эштәрҙе Зыя Нуриев скверын яңыртыу менән бер үк ваҡытта башҡарырға ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март айында “Торатау” конгресс-холында уҙған II “Арт-ҡоролтай” мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Евразия китапханаһы проекты менән таныштырҙы. Күп функциялы мәғрифәт үҙәгендә ижади йәштәр, фәндең төрлө өлкәләрендә һәм ғәмәли дисциплиналарҙа ғалимдар һәм эксперттар, шулай уҡ китап фонды, музей, лекторий, ирекле ижад зонаһы булған урында мәҙәни ял үткәреү өсөн балалар менән ғаиләләр йыйыласаҡ.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡала властарының урындағы халыҡ менән Ленин паркын төҙөкләндереү мәсьәләләрен әүҙем тикшереүе тураһында һөйләне.

 – Бер көн алда беҙ республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән бергә Киров районы халҡы менән осраштыҡ, унда өфөләрҙең теләктәрен ҡараныҡ. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бик күп ине, – тине Ратмир Мәүлиев.

Радий Хәбиров артабан да өфөләр менән осрашыуҙар уҙғарырға ҡушты.

– Халыҡҡа төҙөкләндереү буйынса пландарыбыҙҙы аңлатырға, уларҙың фекерҙәрен тыңларға һәм дөйөм килешеүгә килергә кәрәк – беҙ кешеләр өсөн эшләйбеҙ, – тине ул.

2022 йылдың майында төҙөүселәр буласаҡ Спорт көрәше үҙәге майҙансығына сығырға ниәтләй. Яңы учреждение базаһында көс һынашыу һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк, ә үҫеп килгән быуын бер үк ваҡытта 14 көрәш келәмендә яҡшы шарттарҙа шөғөлләнә аласаҡ. Үҙәк спорт комплексынан, өс көрәш залы һәм майҙаны 600 квадрат метрлыҡ тренажёр залы менән көрәш мәктәбенән, 3,4 мең урынлыҡ амфитеатр менән универсаль спорт-концерт залынан, шулай уҡ музейҙан тора.

Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса спорт федерациялары вәкилдәре, билдәле спортсы-көрәшселәр менән берлектә спорт залдарын урынлаштырыу мәсьәләләрен әҙерләүҙәре хаҡында һөйләне.

– Майҙансыҡта 15 спорт төрө буйынса ярыштар үткәреү өсөн көрәш подиумы күләмен арттырырға кәрәк, тип спортсылар һәм проектлаусылар менән берҙәм фекергә килдек, – тине Руслан Хәбибов. - Республика Башлығы Радий Хәбиров бер үк ваҡытта Спорт көрәше үҙәге эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерә башларға ҡушты.

Өфөнөң 450 йыллығына яңыртылған Дәүләт ҡурсаҡ театры йәш тамашасылар өсөн ишектәрен асасаҡ. Подрядсылар эшкә тотонған да инде. Автотранспорт өсөн туҡталҡа урыны балалар ҡаласығы итеп проектланасаҡ, тип билдәләне архитекторҙар.

– Беҙ үҙ эшебеҙҙә уҡыусыларҙың да тәҡдимдәрен иҫәпкә алабыҙ, улар Дәүләт ҡурсаҡ театры балалар майҙансығының буласаҡ образын нисек күҙ алдына килтерә икән тип ҡыҙыҡһынабыҙ. Бында халыҡ әкиәттәренең мотивтары ла, йыһан, диңгеҙ, урта быуаттарҙағы замоктар менән бәйле тарих та бар, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. – Архитекторҙар проектҡа иң уңышлы тәҡдимдәр индерәсәк.

2024 йылға Өфөнөң Инорс, Затон биҫтәләрендә ҙур спорт үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк, улар федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәреү майҙансыҡтарына әйләнәсәк. Мәҫәлән, Инорста – ишкәкле слалом комплексы, ә Затонға ингән ерҙә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге янында Башҡортостандың Фехтование үҙәге төҙөләсәк.

– Подрядсылар буласаҡ ишкәкле слалом комплексы майҙанына сыҡты ла инде, – тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. – Рәсәй Спорт министрлығы менән беҙ көн һайын тиерлек ошо объектты 2023 йылдың аҙағына тапшырыу өсөн бөтә эштәрҙең графигын контролдә тотабыҙ.

Фехтование үҙәгендә лә проектлау тамамланыу стадияһында. 2022 йылдың июнендә уны төҙөү буйынса подрядсы билдәләнә. Был үҙәктә 350 урынлыҡ көйәрмәндәр өсөн трибуналар менән универсаль зал, шулай уҡ тамашасылар өсөн балкон менән махсус зал, тренажёр залдары, спортсылар өсөн медицина блогы, фехтование музейы буласаҡ.

Кәңәшмәлә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе капиталь ремонтлау барышы, шулай уҡ баш ҡалала “Көньяҡ ҡапҡалар” транспорт-логистика проектын проектлау хаҡында һөйләнеләр.

Алдағы көндәрҙә юлсылар эшләй башлаясаҡ киләһе объект – биҫтәнең төп юлын – Пугачёв урамын реконструкциялау. Юл эштәре был участкала хәрәкәтте япмаҫ өсөн бер нисә этапта үтәсәк. Ике йыл эсендә юл үткәргес 15 метрға тиклем дүрт һыҙатҡа киңәйтеләсәк.

– Сочи һәм Бородин урамдары башланған ерҙә Пугачёв урамын оҙайтырбыҙ, – тип хәбәр итте Константин Паппе. – Был бер километр оҙонлоҡтағы дүрт һыҙатлы автомобиль юлы буласаҡ. Бында урамдарҙы өлөшләтә ябыу бурысы тора. Ләкин автоһәүәҫкәрҙәргә уңайлы булһын өсөн тәүҙә урау юл һалабыҙ. Был хаҡта Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына ваҡытында мәғлүмәт биреп торасаҡбыҙ. Шулай уҡ Софья Перовская урамынан Ташкисеүгә тиклем юлды ҡыҫҡартасаҡ бер саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы яңы юл төҙөргә уйлайбыҙ.

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Башлығы йәнә бөтә проект-эҙләнеү һәм төҙөлөш-монтажлау эштәренең графигын теүәл үтәргә кәрәклеген билдәләне.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в