Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уңыш инсайты 2.0” республика йәштәр фестивале майҙансығында булды. Төбәк етәксеһе “Үҫеш биләмәһе” һәм “Смарт-Тау” форумы ҡатнашыусылары менән осрашты, мәктәп уҡыусыларының, һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының көнүҙәк һорауҙарына яуап бирҙе.
- Беҙгә, республикала йәшәүселәргә, Рәсәй граждандарына ауыр осорҙар үтергә тура килде. Һуңғы ике йылда бергәләп коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштек. Украинала алып барылған махсус хәрби операция һөҙөмтәһендә бығаса булмаған санкция баҫымына тарыныҡ, - тине Радий Хәбиров. – Шулай ҙа алға барырға, киләсәккә пландар ҡорорға, үҫергә тырышабыҙ. Барлыҡ һынауҙар ҙа беҙҙе сыныҡтыра, көслөрәк була барабыҙ. Йәштәр ҙә күңелен төшөрмәһен, үҙҙәренә ышанһын ине. Шул саҡта ғына бөтә ҡатмарлыҡтарҙы ла еңеп сығырһығыҙ. Һеҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ!
Аралашыу диалог рәүешендә үтте. Ун йылдан һуңғы пландары тураһында һорауға яуап итеп, Радий Хәбиров уҡытыусылыҡ, ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә теләүен белдерҙе. "Ун йылдан миңә 68 йәш буласаҡ. Был йәштә эшләргә мөмкин әле. Минең был йәһәттән хыялым да бар. Юғары мәктәптә уҡытҡанда фән менән шөғөлләнеү, халыҡ-ара хоҡуҡ темаһына мәҡәләләр яҙыу оҡшай торғайны. Ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙе дауам итергә теләр инем", - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы уңыш нигеҙенә аңлатма ла бирҙе. "Уңыш мотлаҡ юғары вазифа түгел. Был тәүге сиратта юғары һөнәри оҫталыҡ – яҡшы эш сифаты, карьера буйынса үҫеш, - тип билдәләне ул. – Уңыштың тағы бер мөһим факторы – үҙеңдең ҡаҙаныштарыңды йәмғиәттә танытыу. Социаль селтәрҙә һәм интернетта ғына түгел, ә ысын тормошта".
Фестивалдә ҡатнашыусылар йәштәр башланғыстарын, проекттарын тормошҡа ашырғанда, хатта көндәлек тормошта ла айырым кешеләр, йәмәғәт төркөмдәре тарафынан аңламау күренешенә тап булыуҙарын билдәләне. Республика Башлығы тормошта һәр эштә лә хәүефте адекват баһалау мөһимлеген әйтте.
"Реалист булырға кәрәк. Хатта ниндәйҙер яҡшы эш башҡарғанда ла аңлашылмаусанлыҡҡа осрауың мөмкин. Шуға һәр ваҡыт тәрәндән уйларға кәрәк: һин планлаштырған эштә хәүеф бармы? Миҫал итеп инфекцияның кире эҙемтәләрен кәметеү өсөн индерелгән коронавирус сикләүҙәрен килтерә алам. Беҙҙең позицияны бөтәһе лә хупламаны, ләкин бындай саралар кәрәклеген яҡлап ныҡ торҙоҡ һәм сирҙең бик етди тулҡындарын уңышлы еңдек".
Республикала төрлө форум, фестивалдәр үткәреү өсөн йыл әйләнәһенә эшләй торған лагерь асыу тураһында ла һорау булды.
- Беҙ әле ошондай майҙансыҡтар булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Былтыр Өфөлә "Йәшлек House" йәштәр йорто эш башланы. Бынан тыш, илһөйәрлек тәрбиәһе, балаларға, үҫмерҙәргә башланғыс хәрби әҙерлек биреү маҡсатында 1 июндә Шишмә районында “Патриот” паркын асасаҡбыҙ. Унда профилле сменалар үткәреү өсөн яҡшы шарттар булдырасаҡбыҙ – ҡеүәтле спорт комплексы, ижтимағи-сәйәси үҙәк. Парк йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, - тине Радий Хабиров. – Балалар, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлеге сикле булғандар өсөн Өфөнөң “Салют” лагеры ҙур мөмкинлек бирер. Уны реконструкциялауға ике миллиард һум тирәһе аҡса йүнәлттек. Илеш районында “Бөркөткәй” балалар лагерын тәртипкә килтерҙек. Ул да йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Республикабыҙҙың көньяҡ өлөшө өсөн Сибайҙа “Шифа” лагеры нигеҙендә балаларҙы һауыҡтырыу һәм ял төбәк-ара үҙәген төҙөй башлайбыҙ".
Башҡортостан Башлығы "Йәшлек House" үҙәге һымаҡ проекттар киләсәктә республикабыҙҙың башҡа ҙур ҡалаларында ла барлыҡҡа киләсәген әйтте. Шулай уҡ Өфөлә математика һәм IT-технологиялар өлкәһендә һәләтле балалар өсөн республика лицей-интернаты булдырыу буйынса пландар тураһында һөйләне. "Кешелә уңайлы тормош тураһындағы төшөнсәне интернет, төҙөк юлдар, ФАП-тар, спорт ҡоролмалары, һәм, әлбиттә, яҡшы эш, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы формалаштыра һәм быны эшләргә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта йәштәр Өфөләге һымаҡ уңайлыҡтар менән файҙаланһын өсөн тағы ла күп нәмә эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Был ваҡыт һәм көс талап итә, ләкин ошо йүнәлештә барабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Һәләтле йәштәр өсөн Өфөнөң 450 йыллығына спорт һәм мәҙәни блогы булған математик лицей-интернат төҙөргә ҡарар иттек. Буласаҡ физик-математиктарҙы бөтә республиканан йыясаҡбыҙ".
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһе “Йәштәр ваҡыты” федераль премияһы һымаҡ йәштәр ҡаҙаныштары республика премияһын булдырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы, номинациялар булдырыу өсөн тәҡдимдәр индереүҙе һораны. "Беҙ йәштәр ҡаҙаныштары премияһын ойоштороу тураһында уйлағайныҡ, һәм 2023 йылдан алып ул булыр, - тине республика Башлығы. – Ҙур ҡәнәғәтлек менән был эште башлайбыҙ, уны Бөтә Рәсәй премияһы һымаҡ “Йәштәр ваҡыты” тип атарға кәрәк".
Осрашыу ваҡытында Радий Хәбиров, шәхси тормош тәжрибәһенән нимә уны республика өсөн бөйөк эштәргә этәрә, тигән һорауға ла яуап бирҙе. "Үҙҙәренең фамилияһын әйткәндә балаларымдың оялмауын, ғорурланыуын теләйем. Маҡсат бик ябай, ләкин уның өсөн Башҡортостан Башлығы булыу мотлаҡ түгел, заводта ла үҙеңдең эшеңде яҡшы итеп башҡарырға мөмкин", – тине Радий Хәбиров.
“Уңыш инсайты” республика йәштәр фестивале Өфөлә 25 апрелдән 27-һенә тиклем барҙы. Ул 200-ләп ҡатнашыусыны йәлеп итте. Фестиваль сиктәрендә "Смарт-Тау" студенттар һәм эшсе йәштәр форумы, “Үҫеш биләмәһе” мәктәп уҡыусылары форумы уҙғарылды. Фестиваль ҡатнашыусылары күрһәткән иң яҡшы башланғыстар һәм проекттар 20 меңдән 50 мең һумға тиклем грант ярҙамы аласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.