29 апрелдә Өфөлә “Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” тигән форум ойошторола.
Әйткәндәй, 2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән “Атайсал – кесе тыуған яҡ” проекты старт алды. Ҡыҫҡа ғына арауыҡта был проект, бихисап яҡташтарҙы бергә туплап, үҙенең маҡсатына иреште. “Атайсал” проектының порталында 2700 кеше теркәлеү үткән, йәнә 7800 тирәһе заявка бар. Тәүгеләр рәтендә – Ҡалтасы, Краснокама, Салауат һәм Мәләүез райондары. Ҡалалар араһында Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Ағиҙел алдынғылыҡты бирмәй.
Бөгөн алты меңдән ашыу проект тулыһынса тормошҡа ашырылған. “Атайсал” проекты эшләгән өсөн генә республикабыҙҙа йөҙҙәрсә балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килгән, ике йөҙҙән ашыу шишмә тәртипкә килтерелгән, мәсет, ҡорам төҙөлгән, өс меңдән ашыу китап ҡала һәм ауыл китапханаларына тапшырылған, меңдәрсә сара үткәрелгән. Ошо проектты тормошҡа ашырыуға меценаттар 570 миллион һум аҡса йүнәлткән.
“Яҡташлыҡ көсө – Сила землячества” тигән форумда “Атайсал” проектына ла йомғаҡ яһала. Уны яҡташтарыбыҙға рәхмәт әйтеү тип аңларға кәрәк, уйлап ҡараһаң, улар кесе тыуған яғының үҫеше өсөн ваҡытын да, көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй.
Форум үҙенә күрә Рәсәй киңлегендә тарихи-мәҙәни, ғилми-белем һәм эшлекле үҙәк йәһәтенән Башҡортостандың ыңғай имиджын үҫтереү һәм танытыу ул. Ысынлап та, ситтә йәшәгән уникаль компетенциялы, бай тәжрибәгә эйә яҡташтарыбыҙ республикабыҙҙың үҫешенә тос өлөш индерергә һәр ваҡыт әҙер.
Форумда ҡатнашыусылар һәм меценаттар меңдән ашыу булыр тип көтөлә. Программа бай төҙөлгән, төрлө секциялар эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Аҙаҡтан пленар ултырыш буласаҡ, проектта ҡатнашыусыларҙы бүләкләйәсәктәр.
Яҡташлыҡ көсө – ул традициялар, үҫеш, мөхәббәт һәм тыуған ил көсө.
Фото: miyaki.bashkortostan.ru