Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2022, 09:30

Баймаҡта ат бурҙары тотолған

Енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн ирҙәр хатта машина тәгәрмәсен алмаштырғандар, әммә шундай ваҡ нәмәлә тотолғандар... 

Баймаҡта ат бурҙары тотолған
Баймаҡта ат бурҙары тотолған

Баймаҡ районы Күсей ауылында йәшәгән 38 йәшлек ир полицияға бейә урлау һәм айғырын атыу тураһында хәбәр иткән. Ғариза биреүсенең һүҙҙәре буйынса, хайуандар иркен көтөүҙә булған һәм фажиғә булған ваҡытта һыу ятҡылығына төшкән.

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсенең эҙенә төшкән. Ул Сибайҙа йәшәгән 33 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ир үҙ ғәйебен таныған һәм енәйәт ҡылынған мәлдә бер үҙе булмауы хаҡында һөйләгән. Уның әшнәһе - шулай уҡ Сибайҙа йәшәгән 33 йәшлек ир үҙ ғәйебен өлөшләтә генә таныған.

Дөйөм алғанда, хәл ошолайыраҡ булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике һунарсы ир танышының машинаһын ҡуртымға алған һәм балыҡ тотор өсөн Баймаҡ районына килгән. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре менән мылтыҡтарын да алғандар. Өс күлдә булып, бер балыҡ та тота алмаған ирҙәр, иҫерткес эсемлектәр эскән һәм мылтыҡтан атырға булып киткән. Күҙ алдарына һыу эсергә төшкән аттар өйөрө салынған. Балыҡ тота алмаған ирҙәр, ҡалаға табышһыҙ ҡайтыуҙы килештермәгән күрәһең, улар аттар өйөрөнә ата башлаған. Бер нисә тапҡыр атҡандан һуң бер йәнлек йығылған. Улар уны тиҙ генә машиналарына тейәгән һәм Сибайға юлланған. Тик юлда туҡтағандар һәм малды һуйып, итен генә алғандар, ҡалған урындарын сүплеккә ташлағандар.

Атылған атты күсергән машина уларҙың үҙҙәренеке булмаған, шуға күрә кире ҡайтарыр алдынан уны ныҡлап йыуғандар. Хатта автомобилдең тәгәрмәстәрен алмаштырғандар, быны эҙҙәре буйынса тапмаһындар өсөн эшләгәндәр. Әммә шул тиклем ентекләп енәйәт эҙҙәрен йәшергән ирҙәр ябай ғына бер нәмәлә тотолған: енәйәт ҡылған урында спиртлы эсемлек менән шешәләрен ҡалдырып киткәндәр. Ә унда уларҙың бармаҡ эҙҙәре ҡалған.

Хәҙер уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция тикшереү эшен дауам итә.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в