2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөгә 450 йыл туласаҡ. Республика һәм ҡала юбилейға әҙерләнә: бер нисә ҙур спорт объекты, ҙур заманса китапхана төҙөү, мәҙәниәт ойошмаларын һәм парктарҙы ремонтлау планлаштырыла.
Капиталь ремонтлау объекттары иҫәбендә - барыһы ла яратҡан Ленин исемендәге парк. Ул - Өфөләге боронғо парктарҙың береһе, 1867-1872 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Бер нисә тапҡыр парктың исеме алмаштырылған: башта уны – Ушаковский, Октябрь ревролюцияһынан һуң – Азатлыҡ паркы, артабан Александр Матросов иҫтәлегенә атағандар. Ҡасандыр бында бәүелсәктәр, карусель, беседкалар һәм павильондар, “Тыныслыҡ” йәйге кинотеатры, Өфөләге беренсе фонтан булған.
Республикала һәм Өфөлә йәшәүселәрҙең күбеһенә был урындар ҡәҙерле, капиталь ремонтты ипләп, парктың тарихи күренешен һаҡлап үткәрергә кәрәк, ти улар. Шулай уҡ ул Рәсәйҙең төбәк тәғәйенләнешендәге мәҙәни мираҫы булып тора.
"Башҡортостан етәкселеге миңә был парктың амбассадоры булырға тәҡдим итте. Үҙемдең тарафтан эштәр ваҡытында һәм сифатлы булһын өсөн барлыҡ көсөмдө һаласаҡмын. Ә уның этаптары тураһында бында, социаль селтәрҙә, таныштырып барасаҡмын, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. – Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы һәм Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенттары менән академияла “Генпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте баш архитекторы Людмила Стадничук менән берлектә паркты төҙөкләндереү проекты тураһында һөйләштек”.
Фото: kamaran.ru