Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2022, 16:45

Ҡунаҡсыл республикабыҙ уларға ярҙам итәсәк

Әлегә беҙгә ике төркөм, 323 кеше килде. Беҙ күберәк кешене ҡабул итергә әҙер, тине Радий Хәбиров. 

Ҡунаҡсыл республикабыҙ уларға ярҙам итәсәк
Ҡунаҡсыл республикабыҙ уларға ярҙам итәсәк

Бөгөн, 28 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Связист” профилакторийында булды. Унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 209 мәжбүри күскенсе урынлаштырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 апрелдә Башҡортостанға беренсе эшелон булып Украинаның Херсон өлкәһенән 17 күскенсе килде. Улар Өфөләге “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында ваҡытлыса урынлашыу пунктында урынлашҡан. Ә был аҙнала республикаға Донбасстан һәм Украинанан тағы 306 кеше, шул иҫәптән 69 бала килде. Уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, табиптар, психологтар, социаль хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡаршы алды. Күскенселәр Өфө һәм Стәрлетамаҡ шифаханалары һәм профилакторийҙарында ваҡытлыса йәшәй, улар аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән алдан тәьмин ителгән.

– Беҙ күсеп килгән күскенселәрҙе медицина тикшереүе үткәрҙек, уның һөҙөмтәләре буйынса 23 кеше дауалау учреждениеларына оҙатылды, – тип хәбәр итте республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. – Барлыҡ граждандарға мотлаҡ рәүештә кәрәкле документтарҙы тергеҙеүҙә һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтербеҙ, шулай уҡ 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе бирербеҙ. Беҙ барлыҡҡа килгән көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү буйынса һәр күскенсе менән эшләйбеҙ. Дөйөм алғанда, республика Донбасстан һәм Украинанан 2419 күскенсене ҡабул итергә әҙер.

Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова билдәләүенсә, ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында барыһынан да коронавирус инфекцияһына тест алғандар һәм хәҙер һәр кемдең һаулығына комплекслы анализ яһайҙар.

– Тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында медицина ярҙамын һорап мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булһын өсөн табиптарыбыҙ һәм шәфҡәт туташтарыбыҙ бында тәүлек әйләнәһенә дежур итә, – тине Ирина Карамова.

Башҡортостан Башлығы бында булыу шарттары һәм медицина ярҙамы күрһәтеү менән танышты, шулай уҡ мәжбүри күскенселәр менән аралашты.

– Беҙ ҡунаҡсыл республика, һеҙгә бында яҡшы булыр, – тине Радий Хәбиров. – Мөмкин тиклем уңайлы итеп ҡабул итербеҙ. Тәү сиратта табиптарыбыҙ һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы тикшерә, кәрәк булған осраҡта дауалау билдәләй. Ваҡыт үтеү менән мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре эш вакансиялары һәм эш урындары тәҡдим итәсәк. Теләге булғандар үҙ квалификацияһын күтәреү өсөн яңы һөнәрҙәргә ҡайтанан уҡый ала.

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре балаларын яңы мәктәптәрҙә яраҡлаштырыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны.

– Уҡыу йылы тамамлана, мәктәпкә аҙ ғына йөрөргә ҡалды, әммә беҙ балаларыбыҙҙың үҙенең буласаҡ уҡытыусылары һәм класташтары менән әле үк танышыуын теләйбеҙ, – тине ата-әсәләр. – Беҙҙең кире ҡайтыр урындарыбыҙ юҡ. Башҡортостанда йәшәргә, уҡырға һәм эшләргә теләйбеҙ.

Төбәк етәксеһе республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына килгән уҡыусыларҙы уҡытыу мәсьәләһен хәл итергә, ә Транспорт министрлығына күскенселәр график буйынса ойошторолған рәүештә ҡалалағы кәрәкле объекттарға бара алһын һәм Еңеү көнөн байрам итеүҙә ҡатнаша алһын өсөн транспорт хеҙмәтләндереүен тәьмин итергә ҡушты.

– Хәҙер йылдың иң матур миҙгеле башлана. Ошо байрам көндәрендә һеҙгә һәм балаларығыҙға Өфөнө күрһәтәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ә уҡыусылар майҙа уҡ уҡыуын дауам итһен өсөн, уларҙы бөтә кәрәкле нәмә менән тәьмин итәсәкбеҙ. Уларҙың каникулы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙайлы булды. Беҙ яҡшыға ышанабыҙ – һеҙҙә барыһы ла  һәйбәт булыр.

Башҡортостан Башлығы республиканың Ситуация үҙәгендә 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса күсеп килеүселәрҙән телефон аша мөрәжәғәттәр ҡабул итеүҙе ойошторорға ҡушты.

Өфөнөң “Связист” профилакторийы Мелькомбинат районындағы урман массивында урынлашҡан. Бер төп өс ҡатлы корпусы, 11 бер ҡатлы йорто бар. Бүлмәлә 2-3-әр кеше йәшәй. Территорияһында спорт һәм уйын майҙансыҡтары урынлаштырылған.

Аҙаҡ Радий Хәбиров социаль селтәрҙә был турала пост яҙҙы.

“Мариуполдан мәжбүри күсеп килеүселәрҙе ҡаршы алдыҡ. Улар өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына урынлаштырҙыҡ. Әлегә беҙгә ике төркөм, 323 кеше килде. Беҙ бер нисә тапҡыр күберәк кешене ҡабул итергә әҙер. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү, уларға һәр яҡлап ярҙам, медицина ярҙамы күрһәтеү, уҡыу һәм эш менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы һәм ярҙам итергә әҙерлеге менән айырылып торҙо, шулай булды һәм шулай буласаҡ та”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: