Әбйәлил районының Әхмәт ауылынан йыуа йыйырға тип урманға сығып китеп, өс көн юғалып торғандан һуң имен-һау табылған Рамаҙан Мәхийәнов тураһында төркөмөбөҙҙә һәм сайтта хәбәр иткәйнек.
Эйе, шөкөр, Рамаҙан имен-һау табылды. Ошо уңайҙан апаһы Әлфирә Нәбиуллина (Мәхийәнова) уны эҙләүҙә ярҙам күрһәткән барса халыҡҡа, ирекмәндәргә, эҙәрмәндәргә, етәкселәргә, социаль селтәрҙәге чаттарға һәм төркөмдәргә рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ Әлфирә Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзирә Салауат ҡыҙы Йәнтүринаға айырым рәхмәт хаты яҙҙы.
“Һаумыһығыҙ! Әбйәлил районынан рәхмәт хатымды Баймаҡ районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Йәнтүрина Нәзирә Салауат ҡыҙына еткерергә ашығам.
Нәзирә апай! Һеҙҙең менән таныш булмаһам да, изге эштәрегеҙ менән танышыуыма бик шатмын! Рамаҙан ҡустымды танып, хәбәр итеүегеҙгә, беҙҙе – туғандарын, ата-әсәһен ҡыуандырып Рамаҙан айында эшләгән изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә кире әйләнеп ҡайтһын! Һеҙгә иң мөһиме – һаулыҡ, ғаилә бәхете, оҙон ғүмер насип булһын, аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булып, күҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ нуры бер ҡасан да һүнмәһен! Ғаиләгеҙгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Киләсәктә лә шулай алсаҡ булып ҡалығыҙ. Хоҙай үҙегеҙҙе бер ҡасан да ярҙамдан айырмаһын.
Беҙгә эшләгән изгелегегеҙҙе бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ һәм ошо эшләгән изгелеккә беҙ ҙә изгелек менән яуап ҡайтарасаҡбыҙ Алла бирһә.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ!” – тип яҙҙы ул.
Фото: vk.com/hakmar.gazeta