Ҡарабойҙай менән дөгөгә хаҡтар бик ныҡ артып китте: бөгөн сауҙа нөктәләрендә уларҙың килограмы 100 һумдан ашыу тора. “Хаҡтарҙың ни өсөн ул тиклем артыуын үҙебеҙ ҙә аңлап етмәйбеҙ. Күмәртәләп һатып алыу хаҡы арта, шуға күрә беҙҙең дә арттырмай хәлебеҙ юҡ, тип аңлата хужабыҙ. Бөгөн ҡарабойҙайҙың бер килограмын 126 һум, дөгөнөкөн 110 һум итеп ҡуйҙыҡ”, – тип һөйләне Затон баҙарындағы таныш һатыусы. Селтәрле сауҙа нөктәләрендә хаҡтар бер аҙ арзаныраҡ булып сыҡты.
Ҡарабойҙай менән дөгөгә хаҡ артҡан әлеге мәлдә, бәлки, башҡа файҙалы ярмаларға нығыраҡ иғтибар йүнәлтергә кәрәктер. Мәҫәлән, арпа, бойҙай, һоло кеүектәргә хаҡтар улай уҡ ныҡ артмаған.
Һоло бутҡаһы иң туҡлыҡлыларҙан һанала. Ул – витаминдар, файҙалы минералдар һәм антиоксиданттар сығанағы. Һоло ярмаһы артериаль ҡан баҫымын төшөрә, атеросклерозға ҡаршы яҡшы сара һанала, шәкәр кимәлен нормала тоторға ярҙам итә, тән тиреһенең торошон яҡшырта, эс ҡатыуҙан аралай, иммунитетты нығыта.
Борсаҡ бутҡаһы диетик аҙыҡ һанала. Ул – артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр өсөн бына тигән ризыҡ, сөнки ныҡ аҙ калориялы һәм аппетитты баҫа. Шулай уҡ һөйәктәрҙе нығыта, II төрҙәге шәкәр диабетына ҡаршы иҫкәртеү сараһы булып һанала. Әммә уның эс күбеү, организм тарафынан тимер, цинк, магний һәм кальций кеүек элементтарҙы үҙләштереүҙе тотҡарлау ихтималлығын да белеп ҡуйырға кәрәк.
Арпа бутҡаһы был төр ризыҡтар араһында иң калориялыһы һанала, шуға күрә ул спортсыларҙың рационында даими була, мускулдарҙы үҫтереү, нығытыу сифатына эйә. Башҡа бутҡалар кеүек, ул да ныҡ файҙалы, витаминдарға бай. Әммә саманан тыш ашағанда, һимереүгә килтереүе бар.
Бойҙай ярмаһы беҙҙең халыҡтың рационында борон-борондан булған. Организмдың үҫеше өсөн ул – бик ҡиммәтле, файҙалы ризыҡ. Бойҙай бутҡаһы антиоксидант булараҡ, шулай уҡ ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләү, ҡалҡан биҙенә яҡшы тәьҫир итеү, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү йәһәтенән дә шәп ризыҡ һанала.
Г. ВАРИСОВА.