Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 11:49

“Атайсал” ярҙам итте

Үтәлмәҫтәй бурыстар юҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә... Халыҡты бер маҡсатҡа туплау, тыуған яҡты һөйөү, яҡташлыҡ, туғанлыҡ тойғоларын көсәйтеп ебәреү өсөн ҙур этәргес булды “Атайсал” проекты.

Башҡортостан Башлығы тәҡди­ме менән 2021 йылдың 1 мартынан тормошҡа ашырыла башлаған проектта ҡатнашыусылар тыуған яҡта­рын тағы ла матурыраҡ, төҙө­гөрәк күреү өсөн ҙур матди ярҙам күр­һәтте. Саҡмағош районында 54 проект тамамлан­ған һәм ҡалған­дарын тормошҡа ашырыу буйынса эш әүҙем дауам итә.  Мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, мәҙәниәт йорттарына, социаль объекттарға, парк һәм спорт учреждениеларына, сара­ларға финанс ярҙамы күрһәтелде.

“Атайсал”да ҡатнашыусылар араһындағы лидерҙарҙы ла билдәләп үтәйек. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Вадим Соколов 17 проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан. Шуларҙың иң күләмлеләре – Рапат ауылы күперенә табан юлды ремонтлау, Иҫке Боҫҡаҡ ауылындағы Шәйхелислам Сәлихов урамын ремонтлау, Йомаш ауылында мәҙә­ниәт һәм ял паркында фонтан урынлаштырыу, Саҡмағошта дауыл эҙемтәләрен бөтөрөүҙә бағыусы ярҙамы,    1-се мәктәпкә ашхана өсөн йыһаздар алыу, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ринат Йосоповҡа бюст ҡуйыу.

“Атайсал” проектына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Фәрит Ғиндуллин, Ирек Усманов, Рөстәм Ахунов дәррәү ҡушылған. “Уларҙың ярҙамында Башҡортос­тандың халыҡ артисы Әнүәр Нур­ғәлиевтең концерты ойошторолдо, Аблай һәм Күсәкәй ауылда­ры ара­һындағы юлға ҡырсын тү­шәлде, саң­ғы ярыштары үткәрелде, Ҡал­машбаш ауылы мәктәбенә техник саралар алынды һәм башҡа иҫтә ҡалырлыҡ эштәр башҡа­рыл­ды”, – ти район хакимиәте етәкселәре.

“Айыҡ ауыл” конкурсының район кимәлендә еңеүсе тип табылған Ҡараерек ауылы республика этабында ла ҡатнашасаҡ. Бында ла “Атайсал” проекты ҡатнашлығы булды. “Победа” хужалығы рәйесе Рәсүл Фәйрүзов, фермер Вадим Әхмәтов һәм ауылдың яҙмышына битараф булмаған халыҡ ярҙа­мында элекке Ҡараерек мәктә­бенең спорт залы ремонтланды. 

Саҡмағош ауылының Еңеү паркы – ял урыны ғына түгел, ә иле­беҙҙең һәм республикабыҙҙың данлыҡлы тарихи битен сағылдыр­ған иҫтәлекле урын да. Бында ошо ерҙә тыуып үҫкән дүрт Советтар Союзы Геройы һәм еңеүселәр хөрмәтенә мемориал урынлаш­тырылған. Бөйөк Еңеүҙең 77 йыл­лығын байрам иткән осорҙа был парктан халыҡ ағымы өҙөлмәйәсәк. Һуғышта һәләк булғандар һәм унан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан яугир­ҙәрҙең исемлеге айырым урын­лаштырылған. Тап “Атайсал” проекты ярҙамы менән паркта Рәсәй Ҡораллы Көстәренең дүрт ғәскә­ренә иҫтәлекле һәйкәл ҡуйылыуы – хайран ҡалырлыҡ илһөйәрлек өлгөһө.

“Үтәлмәй торған бурыстар юҡ – десант ғәскәрҙәре бар!” тигән ғо­рурлыҡ тойғолары уятҡан яҙыуҙар менән ҡаршыланы беҙҙе яугир-десантсыларға арналған күркәм һәйкәл. Райондың десантсылар төркөмө һәм уның етәксеһе Альберт Моталлапов, яҡташтары Рөстәм Нәбиевтең тынғыһыҙ хеҙмәте, Ватан һаҡсыларына ҡарата оло хөрмәте һөҙөмтәһендә тыуған монумент шанлы йылдарҙы хәтерләтеп тора.

Тағы ла бер һәйкәл ракета ғәскәрҙәренә һәм артиллерияға арналған. Был эште башлап йөрөгән Радик Бикмырҙинға яҡташтары ҙур рәхмәт әйтә.

Бөтә быуын сик буйы һаҡсы­лары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыу ниәте районда йәшәгән, ҡасандыр хәрби хеҙмәттә булған сик һаҡсыларын дәртләндергән, улар аҡса туплап, ошо иҫтәлекте мәңгеләштерергә ҡарар иткән. “Саҡмағош моряктарына дан!” тигән һүҙҙәр яҙылған был һәйкәл Ҡыҙыл байраҡлы Тымыҡ океан флотының отставкалағы өлкән мичманы Илгиз Ибраһимов һәм башҡа хеҙмәттәштәре ярҙамында ҡалҡып сыҡҡан.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: