Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 09:00

Был ҡәҙәре ойоҡбашты ҡасан туҙҙырыр икән?

Төп приз– 365 пар ойоҡбаш һалынған ҙур ҡапсыҡ...

Был ҡәҙәре ойоҡбашты ҡасан туҙҙырыр икән?
Был ҡәҙәре ойоҡбашты ҡасан туҙҙырыр икән?

Стәрлетамаҡ ҡалаһы магазинында үҙенсәлекле лотерея  уйыны ойошторолған. Эшҡыуарҙың әйтеүенсә,  ул быны һатып алыусылар һанын арттырыу, иғтибарҙы йәлеп итеү, табышты күбәйтеү маҡсатында эшләгән. Өҫтәүенә сара мауыҡтырғыс, күңелле үткән. Уның шарттарына ярашлы, 300 һумға тауар алған кеше уйында ҡатнаша алған. Төп приз – 365 пар ойоҡбаш һалынған ҙур ҡапсыҡ.

Тауар алыуға ни тиклем күберәк аҡса тотонаһың, шунса отош мөмкинлеге киңәйә. 300 һумлыҡ ойоҡбаш  алһаң, уйында бер билет ҡатнаша, 600 һум тотонһаң – ике, 900 һум тотонһаң – өс...

Ниһайәт, апрель аҙағында еңеүсе билдәләнде. Стәрлетамаҡта йәшәгән бәхетле  ир үҙен йыллыҡ ойоҡбаш менән тәьмин итте. Ә 30 пар ойоҡбаш һалынған кейсты аҫыл зат вәкиле алды.

Фото: VK.com

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: