Башҡортостан
-14 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель , 11:04

Дауытовтарҙың хеҙмәт стажы – быуаттан ашыу

Ғаилә тарихы заводҡа нигеҙ һалыу осорона барып тоташа.

Дауытовтарҙың ғаилә архивынан
Фото:Дауытовтарҙың ғаилә архивынан

1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек көнө. Ул әле лә яҙ һулышы менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яҡшыға ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата, хеҙмәт кешеһен ҙурлау билдәһе булып тора.

Мәғлүм булыуынса, 2022 йыл Башҡортостанда “Һөнәри белем тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы” тип иғлан ителде. Был ҡарар республикала хеҙмәт кешеһенә оло хөрмәт һәм иғтибар бирелеүе тураһында һөйләй.

Башҡортостанда ғаиләләре менән үҙҙәренең ғүмерен бер һөнәргә, ойошмаға бағышлаған династиялар күп. Тиҫтә йылдар дауамында предприятиелар ҡаҙаныштар исемлеген генә арттырмай, ә матур йолаларға ла нигеҙ һала. Һөнәргә, эшкә һөйөүҙең быуындан быуынға күсеүе тураһында тарихтар “Башнефть” йәмғиәтендә лә бихисап. Мәҫәлән, Дауытовтар Өфөләге “Новойл” заводындағы ҙур династияларҙың береһе булып тора. Уларҙың предприя­тиеға бәйле ғаилә тарихы 1953 – 1954 йылдарҙа Яңы Өфө заводына нигеҙ һалыу осорона барып тоташа.

Хеҙмәт стажы йәмғеһе 110 йыл иҫәпләнгән Дауытовтар династияһы башлығы Рәхимйән Усман улы Дауытов 19 йәшендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының оҫталар мәктәбенә уҡырға инә. Ул хеҙмәт юлын оператор ярҙамсыһы булып башлай һәм ярты быуат самаһы завод­тың май етештереү ҡулайла­маһында эшләгән. Хеҙмәттәш­тәре уны “селиктив процесс академигы” тип йөрөткән. Бай тәжрибәгә һәм тәрән теоретик белемгә эйә булған хеҙмәткәр эште камиллаштырыу буйынса күп тәҡдимдәрен ҡулланыуға индереүгә өлгәшә.

Рәхимйән Дауытов эш урынында буласаҡ тормош иптәшен – Леза Ғәни ҡыҙын осрата. Уларҙың улдары Рәфис тә нефть эшкәртеүселәр династияһын дауам итә. Бала саҡтан уға атаһы эшкә мөнәсәбәте, көтөлмәгән хәлдәр килеп тыуғанда ябай һәм һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүе менән өлгө булып торған.

Бынан 36 йыл элек Рәхимйән Дауытов улына: “Һин үҙеңдең беренсе эш урыны итеп яҡшы хеҙмәт һөнәрен, лайыҡлы предприятиены һайлағанһың. Барлыҡ эшһөйәрлегеңде, тырышлығыңды һал, технологик процестарҙы өйрән, шул саҡта завод һөнәри үҫеш буйынса яҡшы баҫҡысҡа әйләнәсәк. Эшеңде сифатлы һәм яҡшы башҡар, иптәштәреңә ярҙам ит. Предприятие уңышы һәр коллективтың яйға һалынған эшенә бәйле. Һәр ваҡыт етәкселәрҙең ышанысын аҡла һәм эштә яңылыҡтарҙы өйрәнергә тырыш, был белемдең файҙаһы мотлаҡ тейәсәк. Белгәнеңде йәш хеҙмәткәрҙәргә лә тарат”, – тип өйрәтә.

Рәфис Рәхимйән улы атаһының кәңәшен үҙенең төп эш принцибы  итеп ала. Үҙ ҡарашын яҡлай белә, тәртипте күҙәтә, үҙенә һәм ҡул аҫтындағы хеҙмәткәрҙәргә талапсан, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ярҙамсыл. Мәсьәләне төбөнә тиклем төшөп өйрәнә һәм етештереүгә яңы технологияларҙы индерергә ынтыла. Ул мәсьәләне киңерәк күрә белә, ҙур производство бурыстары буйынса үҙаллы ҡарарҙар ҡабул итә һәм яуаплылыҡтан ҡурҡмай, ти хеҙмәттәштәре. 23-сө цех начальнигы урынбаҫарына эштә туплаған тәжрибәһе етештерелгән тауарҙың сифатын арттырыуға һәм яғыулыҡҡа киткән сығымдарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән проекттарҙы әҙерләү һәм ҡулланылышҡа индереү мөмкинлеге бирә.

Ҡасандыр Рәфис Рәхимйән улы ата-әсәһе янына Яңы Өфө заводына килгән, хәҙер үҙе улы менән “Новойл”дың (элекке Яңы Өфө заводы) етештереү майҙансығына эшкә йөрөй.

Рәфис Рәхимйән улының тормош иптәше Фирдәүсә Исмәғил ҡыҙы 15 йыл “Өфөнефтехим”да эшләгән, шуға ла ғаилә нефтте эшкәртеү темаһы менән яҡшы таныш. Бала саҡтан Азамат һәм Гүзәл нефтсе һөнәренең мауыҡтырғыс ҡына түгел, ә яуаплы, ауыр, һәр ваҡыт уҡыуҙы һәм үҫеште талап итеүе тураһында белеп үҫә.

Азамат Дауытов та, атаһы кеүек үк, Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған һәм 2013 йылда заводҡа эшкә урынлашҡан. 2018 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” һөнәри оҫталыҡ смотр-конкурсында “Технологик ҡулайлама операторы” номинацияһында икенсе урын яулай. Хәҙер ул яуаплы вазифа биләй – 27-се цехтың май бутау ҡулайламаһы начальнигы.

 “Башнефть” йәмғиәтенең мәғлүмәт-аналитика үҙәге белгесе булып эшләгән Гүзәл Дауытова: “Минең атай-әсәйемде һәм олатай-өләсәйемде өс мөһим сифат берләштерә: эш һөйөүсәнлек, тиҙ фекерләү һәм юғары яуаплылыҡ тойғоһо. Улар һуңға тиклем эштә ҡала, өйгә ҡайтҡас та телефон буйынса эштәрен дауам итә”, – ти.

Дауытовтар династияһында яңы быуын үҫә. Улар ҙа үҙҙәренең һөнәри эшмәкәрлеген нефть эшкәртеү йәки сығарыу эшмәкәрлегенә бәйләһә, ғаиләнең өлкән быуыны тик шатланасаҡ ҡына. Бәләкәй Эмир әле үк, уйынсыҡ каска кейеп, атайым кеүек булам, ти.

 

Р. ХӨСНУЛЛИНА.

 

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас в