Һуңғы ваҡытта радио-телевидениела, гәзиттәрҙә берәҙәк эттәр мәсьәләһе йыш күтәрелә. Ул төбәктә, был районда хужаһыҙ эттәр балаға ташланған, оло кешене талаған, хатта өҙгөләп ырғытҡан, тигән хәбәрҙәр артҡандан-арта бара. Яуаплы органдар, ундай хәлдәрҙән һуң бер аҙ әүҙемлек күрһәтеп, бәйһеҙ йөрөгән эттәрҙе аулау, йәмғиәт өсөн зыянһыҙ итеү йәһәтенән сара күреп ала ла, шуның менән проблема тағы онотола.
Йәмәғәтселектә лә был мәсьәләгә ҡараш төрлөсә, кемдер берәҙәк эттәрҙе юҡ итеү яҡлы булһа, икенселәр ҡаршы сыға, уларҙы яҡлау тураһында һүҙ алып бара. Был мәсьәләне хәл итеү хәҙер район һәм ҡала етәкселеге ҡарамағына тапшырылды, бер-бер хәл булһа, тәү сиратта улар яуаплы. Проблеманы берәҙәк хайуандар өсөн приют төҙөү юлы менән хәл итеү тураһында һүҙ алып барыла, хатта ҡайһы бер урындарҙа улар бар ҙа. Тик төҙөүгә, тотоуға киткән сығымдарҙы кем ҡапларға тейеш? Күпме аҡса кәрәк?
Ошо урында ябай ғына һорау тыуа: был проблема нилектән килеп сыҡты? ХХ быуат урталарында бындай күренеш бөтөнләй булманы, 90-сы йылдарҙың аҙаҡтарында бер аҙ ишетелә башланы, ә яңы быуатта ул тотош ил күләмендәге оло бәләгә әйләнде.
Элек эт кешенең ярҙамсыһы, йәғни тоғро дуҫы тип һаналды, ә хәҙер дуҫтан дошманға әйләнде лә ҡуйҙы, шуға күрә бер аҙ тарихҡа мөрәжәғәт итәйек. Беренсенән, уҙған быуаттың 50-60-сы йылдарында был йорт хайуанын ауыл халҡы ғына тотто. Эттәр мал көтөштө, юлға сыҡһа, юлдаш, иптәш булды, бергә һунарға йөрөнө. Хужаһы ла уны ас итмәне, ваҡытында ашатып, ел-ямғыр теймәҫлек оя эшләп тәрбиәләне, йылы һүҙен йәлләмәй һәр ваҡыт аралашып, яратып торҙо. Икенсенән, эт – бик аҡыллы хайуан: һин уға ниндәй ҡараштаһың, ул да шулай яуап бирә. Һунарсы булһаң, һинең һунарға йыйынғаныңды әйтмәһәң дә белеп, мин дә барамдыр ул, тип күҙ ҡарашы менән аңлап торор ине. Көтөүсе булһаң, әйҙүкләп тороуыңды көтмәй, атың алдында ырғып, һикереп барыр. Өсөнсөнән, тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Тоғро дуҫың булған эт тә ҡартая йә имгәнә, ҡайһы берҙәре уғрылыҡ юлына ла төшә.
Бына ошондай осраҡтарҙа нимә эшләгән һуң беҙҙең ата-бабалар? Хәтерләүемсә, беҙ бала саҡта ауылда эт менән һунар итеүселәр бер нисә генә кеше булды. Ауыл осонда йәшәгән Нуритдин олатай Сәғитовтың “Ыласын” ҡушаматлы эте булды, һәр ваҡыт һунарға бергә йөрөрҙәр ине, ләкин хайуандың ғүмере ҡыҫҡа, уның эте лә ҡартайҙы, файҙалы була алмай башланы һәм ул, нисек кенә ҡыйын булмаһын, үҙ ҡулы менән атып, ауылдан ситкә сығарып ерләп ҡуйҙы. Эт кешегә йәки кеше малына тейә башлау менән уны юҡ иттеләр – аттылар. Үткән быуатта был хайуандар ишәйеп, малға тейә башлау менән ауыл Советы, депутаттар һунарсылыҡ ойошмаһында торған кешене яллап, урамда йөрөгән берәҙәк эттәрҙе атыуҙы ойошторорҙар ине. Уларҙың һаны арыу ғына кәмеп, ауыл халҡы бер нисә йылға тынысланып ҡала торғайны.
Ләкин донъялар үҙгәреү менән эттәр күбәйгәндән-күбәйҙе, етәкселәр ҙә, һунарсылар ҙа был мәсьәлә менән шөғөлләнергә теләмәй, сөнки урам буйында мылтыҡ тотоп йөрөү һәм уны ҡулланыу ҡәтғи тыйылды. Хәҙер ауылдарҙа хәл бына нисек тора: эттәр кешегә, малға тейһә лә ярай, ә уларға тейергә ярамай. Этеңде аттырырға (юҡ итергә) теләһәң, тотоп, ауылдан ситкә сығарып, бәйләп ҡуйып, атыусы саҡырырға тейешһең. Ә берәҙәккә әйләнгән эттәргә тейергә ярамай.
Мәсьәләнең үтә ҡабарып, ҡырҡыуланып китеүенә был хайуандарҙы күпләп ҡала халҡы тота башлау ҙа сәбәпсе. Улар ҡала еренә, айырыуса таш фатирға бөтөнләй яраҡлаша алмай, ә яраҡлашҡандарын эт тип әйтеп тә булмайҙыр. Ҡала фатирында уларға тәбиғи хәжәттәрен үтәү өсөн дә мөмкинлек юҡ. Көнөнә бер тапҡыр урамда йөрөтөү менәнме?! Ошоға тиклем иректә йәшәгән хайуан өсөн был ситлек менән бер.
Ошо урында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты сығарған 2022 йылғы “Башҡортса дини календарь” китабынан өҙөк килтереп үткем килә. “Ниндәй йортҡа Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ?” тигән мәҡәләлә пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм былай тигән: “биш төрлө өйгә Аллаһтың рәхмәт фәрештәләр инмәҫ”. Артабан ошондай урындар һанап кителә. “…Дүртенсе йорт (өй) хаҡында Аллаһ рәсүле, ғәләйһис-сәләм былай тигән: “Әгәр берәүҙең нигеҙендә (тимәк, өйөндә – автор) эт йәшәһә, унда ла Аллаһтың рәхмәт фәрештәләре инмәҫ”.
Йортта эт аҫрау – халҡыбыҙға хас булмаған ғәҙәт, замандың кире күренеше ул, минеңсә. Эйе, көсөк сағында улар шул тиклем һөйкөмлө, шаян була, шуға күрә күп осраҡта бала-саға, ата-әсәһе ҡаршы булыуға, хайуанға йәшәр өсөн мөмкинлек булмауға ҡарамай, “Әйҙә, алайыҡ!” тип сат йәбешә. Өйгә алып ҡайтҡас, был йомро йән эйәһе, һинең йорт йыһаздарың ниндәй генә ҡиммәт булмаһын, өҫтөндә аунай, буяй башлай. Ул ҙурая килә был мәшәҡәттәр арта бара, өйҙә “үҙенсәлекле” еҫ аңҡый. Көндәрҙән бер көндө хужаларҙың түҙемлеге һына, һәм улар был “уйынсыҡтан” ҡотолоуҙың анһат юлын таба: кеше күрмәгәндә ҡаланың икенсе осона сығарып, ҡалдырып китәләр. Тәбиғи үрсеү юлы менән ошондай бер нисә эттән берәҙәк өйөр хасил була.
Күп булған һайын уларға ашарға ла күберәк кәрәк, ә аҙыҡ – кеше ҡулында, сүп-сар һауыттарында, ә инде бала ҡулында булһа, талап алыуы ла еңелерәк. Аҙыҡ булмаһа, кешегә ташланырға ла күп һорамайҙар. Балаһына берәҙәк эттәр ташланған ата-әсә саң ҡаға башлау менән зоояҡлаусылар баш ҡалҡыта. Улар ата-әсәнең ҡайғыһын уйлап та бирмәй. Күптән түгел телевидениелағы бер тапшырыуҙа йәш кенә бер ҡыҙ сығыш яһаны: бына улар ниндәй матурҙар, уларҙы һаҡлайыҡ, тип һәр бер эткә ашарға бирә, һыйпай. Ә ошо ҡыҙҙың үҙенең туғандары менән берәй фажиғә булһа, ни эшләр ине?
Шул уҡ “йәшниктә” йыш ҡына шундай кадрҙар ҙа күрһәтелә: нимә менән шөғөлләнергә белмәгән ҡала ҡатын-ҡыҙҙары йоҙроҡтай ғына эттәрен бала урынына баға, суҡтай итеп кейендерә, хатта үбеп алырға ла ерәнмәй. Ошондай ҡатындар эт урынына бала тәрбиәләһә, күпкә яҡшыраҡ, сауаплыраҡ ғәмәл булыр ине бит.
Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан эт аҫрауға ҡағылышлы закон әллә ҡасан уҡ ҡабул ителде. Уға ярашлы, ҡала кешеһе йорт хайуаны менән урамға сыҡҡанда эт морондоҡта һәм бәйҙә булырға тейеш. Был ҡағиҙә ауыл ерендә лә үтәлергә тейеш. Ғәмәлдә, ҡанунды бөтөнләй һанға һуҡмайҙар.
Хәҙерге ваҡытта йорт хайуандарына чип ҡуйыу тураһында һүҙ бара. Был талап та бар урында тулыһынса үтәлерме һуң?! Мәҫәлән, ауыл кешеһе уны һанламаясаҡ. Күп мәсьәләләрҙе Көнбайышса, Европа өлгөһөнә эйәреп эшләргә тырышабыҙ, әммә бөтәһе лә бер генә нәмәгә – аҡсаға бәйле икәнен онотабыҙ. Айына 7–10 мең һум самаһы килемгә эйә ауыл кешеһе этенә чип ҡуйҙырыу өсөн түләүгә риза булырмы? Был мәшәҡәттәр менән йөрөрмө? Бөгөн ауыл ерендә күптәр өсөн 100 һум да аҡса.
Зоояҡлаусылар һәм “йәшелдәр”ҙең ҡарашына ла туҡталып үтәйек. Уларҙың төп саҡырыуы: йорт хайуандарына ҡаты ҡағылма! Улар эттәрҙе атыу, ғөмүмән, юҡ итеүгә ҡәтғи рәүештә ҡаршы. Бәғзеләре бигерәк сиктәрҙе онотоп ебәрә: ит һәм итле ризыҡтар ашауға ҡаршы сыға.
Һуңғы йылдарҙа телевизорҙа барған “Ҡатнаш алыштар”ҙы ҡараһаң, кешелек киренән тәүтормошҡа күсеп барғанға оҡшай. Ошо тамашаны ҡарауға күпме халыҡ йыйыла. Әлегә бындай тамашаларға ҡарап ҡул сабабыҙ, ә бер нисә йылдан Боронғо Римдағы гладиаторҙар һуғышындағы кеүек, “йәшәһен” тип баш бармаҡты өҫкә, йәки “үлтерергә” тип аҫҡа күрһәтеүгә барып етмәҫбеҙ, тип кем әйтә ала? Кешелек донъяһы “кешелектән” сығып, хайуани затҡа әйләнә бара түгелме?
Әхәт СӘЛИХОВ, мәғариф ветераны.
Баймаҡ районы,
Таулыҡай ауылы.