Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 12:29

“Иремдең ҡатынына рәхмәт уҡыйым...”

Бындай осраҡта ҡатын-ҡыҙҙы нисек йыуатырғалыр, башҡа бер генә лә яйлы һүҙ килмәй. “Үҙеңде ҡулға ал!”, “Һин көслө кеше ләбаһа, ебемә!”, “Ҡайғырма, әхирәт, барыһы ла яҡшы булыр” тип кенә әйтеүҙән фәтүә булмауын аңлайым. Өндәшмәүең – алтын. Алсаҡ, йор һүҙле, зәңгәр күҙле, барыбыҙҙан да егәрлерәк, тәүәккәлерәк Рәмиләне егерме йыл йәшәгән ире ташлап китер тип кем уйлаған? Икеһе лә бына тигәндәр, йөҙ-ҡиәфәттәре менән дә оҡшашып тора үҙҙәре, тип ҡыуана инек.

Бынан бер нисә йыл элек күрше ҡалаға күсеп киткәс, бәйләнештәр бер аҙ һүлпәнәйеп, осрашыуҙар һирәкләгәйне шул. Таһирҙың өйө­нән сығып китеүен уртаҡ таныштар аша ишеткәс, аптырауымдың сиге булманы. Йәшлектә һөйөү серҙәрен уртаҡлашып, бер табаҡтан ашап йөрөгән айырылмаҫ дуҫтар инек. Ниндәй генә хыялдар ҡормай торғайныҡ, донъяла иң бәхетлеләр беҙ булырға тейеш инек тәбаһа!

Коронавирус та кәртә була алманы, тоттом да йәйге эҫе көндәр­ҙең береһендә, ғаиләмде ҡалды­рып, әхирәтем менән ҡыҙы Лилиә йәшәгән Шатлыҡ урамындағы йорттарына юл алдым. Барыһы ла элеккесә, ҡайҙалыр аҙашып ҡалған матур көндәрҙе, бәхетле, дыуамал йәшлекте хәтерләтә, тик Таһир ғына юҡ, алыҫ тип тормаған, Мәскәү һынлы Мәскәүгә һөйәркәһе эргә­һенә киткән дә батҡан. Таныштар Рәмиләнең иренең хыянатын ауыр кисереүе, төндәрен йоҡлай алмай ыҙаланыуы, 43 йәштә яңғыҙ ҡалыу­ҙың ни тиклем ҡыйынлығы тура­һында яйы сыҡҡан һайын иҫкә төшөрөп кенә торҙо. “Шул тиклем йәлләйбеҙ уны, өлкәнәйгәс ҡатын кешегә шундай ҡайғы кисереүе ҡалай ауыр...” – тип тә өҫтәйҙәр.

 Тик ни өсөн 43 йәштә генә яңғыҙ ҡалыуҙың ауыр булыуын аңлай ҙа, ризалаша ла алмайым, 50 йәки 60 йәштә яратҡан кешеңдең хыянатын кисереү, тыныс күңел менән ҡартлыҡҡа аяҡ баҫыр мәлдә ҡыу ағас кеүек яңғыҙың ҡалыу еңелме әллә? Рәмилә, мин “киләм” тип шылтыратҡас, бик шатланды. Уның һары рауза сәскәләрен яратҡанын белгәс, гөлләмәләр тотоп барып индем. Шатлыҡ урамында йәшә­гәндәргә шатлыҡ алып килдем! Ҡабул итәһегеҙме?”– тип сәләм­ләнем. “Ҡара әле, онотмағанһың ниндәй сәскәләрҙе яратҡанымды. Әйҙә, үт”, – тип мине ҡосаҡлап алды Рәмилә.

Стеналарға эленгән ғаилә фотоларының юҡлығын шәйләнем. Был тәбиғи ҙә кеүек, ҡатын-ҡыҙ хыянатсы ирҙәрҙең “эҙҙәрен” шулай кире ҡайтмаҫлыҡ итеп ҡоро­торға тырыша инде. Әхирәтем сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡтырған, тап йәш сағындағыса, үҙенә бик киле­шә. Таһир менән йәшәмәүе тура­һында үҙе һүҙ башланы. Айыры­лышыуҙы ауыр кисергән, хатта психологка барырға мәжбүр булған.

Шулай серләшеп ултырған саҡта ҡыҙы Лилиә кухня ишегендә күренде. “Әсәй, етер инде һиңә, күпме бәхетһеҙлегеңә зарланып, илап ултырырға була? Ысынында бик ҡәнәғәтһең, йөҙөңә сыҡҡан бит, хатта атайҙың һөйәркәһен үҙеңә ҡаратып алдың. Дөрөҫөн һөйләргә кәрәк...” – тип бер тынала хәбәрен әйтеп, бүлмәһенә инеп бикләнде.

Ҡыҙының асыуланыуына Рәмиләнең иҫе китмәне: “Лилиә хаҡлы, мин һаман элекке ғәҙәт буйынса ирҙең тетмәһен-тетеп, уның сығып киткәненә көйөнгән булып, бәхетһеҙ, эшкинмәгән ҡатын-ҡыҙ ролен уйнап ултырам. Һаман шул ҡылыҡтан арынып булмай...”.

Ул психологка бер тапҡыр барып һөйләшеп ҡайтҡандан һуң, бушҡа ваҡыт уҙҙырып, аҡса туҙҙырып йөрөүен аңлай. Таһирҙың үҙ теләге менән өйҙән сығып китеүенә шатланырға ғына кәрәк, унан ҡотолоу үҙе бәхет тәбаһа, тигән уй яңыраҡ башына килә. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап йәшәгән ғаиләләргә еңел түгел. Ире эсергә әүәҫләнгән, аҙналар буйы “запойҙа” ятҡанын кеше күҙе­нән йәшереп маташҡандар аҙмы ни? Тик сирҙе йәшереп буламы?

“Нисек уны ҡыуып сығараһың? Йәл бит, минһеҙ ҡайҙа барып төртөлөр, кем ашатып-эсерер, тип уйлайһың. Айнығас, “башҡаса ауыҙыма ла алмайым”, тип һүҙ бирә... һәм яңынан башлай. Ул бит һәләтле кеше, ҡасандыр миңә арнап шиғырҙар яҙа торғайны...”– Рәмилә тулҡынланыуын баҫырға тырышып дауам итте.

– Бер ваҡыт Рая, иремдең һөйгәне, шылтыратҡас, аптырап киттем. Баҡһаң, Таһир “запойҙан” сыға алмай йонсой икән. “Бындай хәл менән тәүге тапҡыр осрашам, уға нисек ярҙам итергә?”, – тип һорашырға булған. Миндә был яҡтан “тәжрибә” мул булғас, ихлас уртаҡлаштым. Бер яҡтан, был Рая торғаны йылан инде, ғаиләбеҙҙе боҙҙо, икенсенән, мин уға сикһеҙ рәхмәт әйтәм, эскесе яфаларынан, уға бәйле әллә күпме проблемаларҙан, алдашыуҙарҙан ҡотҡарҙы. Иҫерек эргәһендә йәшәүҙең ҡартайтҡанын, ғүмерҙе ҡыҫҡартҡанын яҡшы беләм.

– Ҡара әле, әхирәт, һин, ысынлап та, йәшәреп, һылыуланып киткәнһең, йортоңа аяҡ баҫыу менән үҙеңде маҡтарға булғайным да, ҡыйманым, аңламаҫһың, тип уйланым. Ҡыҙың менән апалы-һеңлеле кеүекһегеҙ! – тинем.

– Бөтә таныштар ҙа шулай ти. Рая ниңә ете йылға элегерәк осраманы икән иремдең юлында, тип үткән йылдарымдың әрәмгә үткәнен йәлләйем...

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: