Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель , 12:24

Күҙ алдымда – сабый ҡарашы

goodfon.ru
Фото:goodfon.ru

Урмандан алып ҡайтҡан бер бәләкәй сана утынын һаҡлап тотоноу маҡсатында инәйем үҙ мунсаһын яҡмай ине. Ауылдың тотош урамына берәү генә булғанлыҡтан, уны һәр көн тиерлек кешеләр тотона торғайны. Яғырға рөхсәт һорап килеүсенең ғаиләһендә әбей-һәбей булһа, инәйем “мин дә шул апай менән бергә йыуынып сығырмын әле” тип иҫкәртеп ҡуя.

Мунса өлгөрһә, бер биҙрә йылы һыуын, таҫтамал һәм башҡа кәрәк-ярағын алып барып, йыуынып сығыр ине. Минән ете йәшкә өлкән ағайымды тиҫтер малайҙары булған мунса яғыусыға йөкмәтә. Ә мине, ғаиләбеҙҙә иң бәләкәйе булғас, кем тура килә – шулар янына индерә лә ебәрә торғайны.

1948 йыл. Беренсе класта уҡыған сағым. Бер ваҡыт инәйем мине мунсаға алып барҙы ла элекке ғәҙәте буйынса эстәгеләргә: “Ошо малайҙы йыуындырып ҡына бирегеҙ әле”, – тине. Инһәм, ни күҙем менән күрәйем, уҡытыусыларым Саимә менән Әсиә апайҙар эләүкәлә йыуынып ултыра. 

Иртәгәһенә мәктәптә тәнәфескә сыҡҡас, класташ малайҙарға сер итеп кенә: “Кисә мин апайҙар менән мунса индем”, – тип маҡтандым. Дәрестәр бөтөп, ҡайтырға йыйынғас, уҡытыусыларыбыҙ миңә ҡалырға ҡушты. Шул аңлашылды: мин малайҙарға сер итеп һөйләгән хәбәрҙе кемдер уҡытыусыларға еткергән. Кәрәкте бирҙеләр генә. Мин ҡурҡышымдан илап ебәрҙем. Йәлләгәндәр, ахыры, һөйләнеп йөрөмәҫкә ант иттереп, ҡайтарып ебәрҙеләр.

Ҡайттым, ә ишектә – йоҙаҡ. Инәйем менән ағайым колхоз эшендә. Таң менән сығып китәләр ҙә һуң ғына ҡайталар. Өйгә инеп тимер мейескә ут яҡтым да, тимере өҫтөнә бәрәңге ҡырҡып һалып, бешкәнен көтә башланым.

Бер ваҡыт өйөбөҙгә ҡыҙ бала күтәргән бер ҡатын килеп инде лә әллә бешкән, әллә сей бәрәңгене тимер мейес өҫтөнән сүпләп ашай башланы. Ҡыҙына ла тоттора. Яртыһын ашаны, туҡтарға уйы ла юҡ. Мин дә асыҡҡанмын. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тиҙәр бит: “Аша­мағыҙ!” – тип ҡысҡырып ебәрҙем. Минең тауышҡа тертләгән ҡыҙ бала, күҙен тултырып, оҙаҡ ҡына текләп торҙо. Ә ҡыҙсыҡтың әсәһе: “Убыр әбей тип уйлайһыңдыр инде, балам”, – тип балаһына бер-ике киҫәк бәрәңге тотторҙо ла рәхмәт әйтеп сығып китте.

Башҡа ваҡытта асҡысты йәше­релгән урынынан алып, өйгә инәм дә, инәйем һуғыштан ҡайт­маған атайымдың салбар бала­ғынан тегеп биргән “сумка”мды һалып, асмалы тәҙрә аша сығып, ишекте йо­ҙаҡлап, кире тәҙрәнән инә инем. Хәйерселәр күп йөрөгәс, “Үҙеңде берәй нимә эшләтеп, өйҙө талап сығып китерҙәр”, – тип шулай ҡаты тыя ине инәйем. Ә был юлы мәктәптән арыу ғына “өшкөрөлөп” ҡайтҡас, ишекте бикләргә онотҡанмын.

Был ваҡиғаға 70 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, онотоп булмай. Иҫе­мә төшһә, ни эшләп “аша­мағыҙ!” тип ҡысҡырҙым икән тип үкенеп тә ҡуям. Имен-һау ғына үҫтеме икән шул ҡыҙ бала? Тәтәй күл­дәктәр кейеп, тәм-том ашап, гөлдәр араһында уйнап ҡына йөрөр сағы ине бит уның… Әллә аслыҡтан ожмах ҡошсоғо булдымы икән?

Иҫкә төшһә, алһыу томандар аша бер гонаһһыҙ, эскерһеҙ, саф сабый ҡарашын күргәндәй булам, ә бәләкәс кенә ҡулҡайында – әллә бешкән, әллә сей бәрәңге киҫәге…

 

Р. БАСИРОВ, мәғариф ветераны.

 

Ғафури районы,

Һабай ауылы.

Читайте нас в