3 майҙа Ағиҙелдең Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһындағы ярына дүрт палубалы “Александр Пушкин” теплоходы туҡталасаҡ, ул Түбәнге Новгород – Өфө – Түбәнге Новгород маршруты буйынса йөрөй.
Был башланғыс Башҡортостан Хөкүмәте, "Камводпуть" федераль бюджет учреждениеһы хакимиәте, "ВодоходЪ" компанияһының берлектәге эше һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды. Теплоход ошо маршрут буйынса круиз эшләйәсәк: Түбәнге Новгород - Свияжск - Ҡазан - Нижнекамск - Бөрө - Өфө - Алабуға - Ҡазан - Чебоксар - Түбәнге Новгород. Суднола өс тапҡыр ашатыу һәм күңел асыу программаһы ҡаралған. Ярҙа туристарҙы экскурсиялар ҙа көтә.
4 майҙа республика тарихында беренсе тапҡыр Өфөгә “Йондоҙлоҡ” компанияһынан бер юлы өс палубалы круиз теплоходтары ла киләсәк: "Николай Некрасов", "Александр Бенуа" һәм "Төньяҡ әкиәт". Ҡазанда, Алабуғала, Свияжскиҙа, Түбәнге Новгородта туҡталыштан тыш, бәләкәй йылғаларға инеү ҙә планлаштырыла: Ағиҙелдә Бөрө һәм Өфөлә туҡтала, Вяткала Мамадышта туҡталып, йылға буйлап өҫкә китә, Окала Павловола туҡтала.
Өс теплоход ҡатнашлығындағы матур күренеште Ағиҙел йылғаһы буйында 3 майҙан 5-енә тиклем күҙәтергә була. Башҡортостандың баш ҡалаһына “Бөйөк Русь” лайнерының да килеүе көтөлә, ул беҙҙә 2021 йылда ла булғайны. Был юлы лайнер Мәскәү - Өфө - Мамадыш - Мәскәү маршруты буйлап йөрөйәсәк.
Былар тәүге ҡарлуғастар ғына, тиергә мөмкин. Быйыл Башҡортостанға барлығы 13 судно инеүе көтөлә.
Әгәр май байрамдарында Дуҫлыҡ монументы биләмәһендә Ағиҙел буйында ял итергә уйлаһағыҙ, 3 майҙан 6-һына тиклем планлаштырырға кәңәш итәбеҙ - ярҙа туҡталған теплоходтарға ла һоҡланып ҡайтырһығыҙ.
Шулай ҙа иң уңышлы ваҡыт 4 май киске 6-ла: был мәлдә бер юлы дүрт аҡ теплоход кире ҡуҙғала.
3 май сәғәт 9-ҙа беренсе булып Түбәнге Новгородтан дүрт палубалы “Александр Пушкин” килеп туҡтай, ул икенсе көндөң 18.00 сәғәтенә тиклем ярҙа торасаҡ. Ә 4 майҙа йәнә өс теплоходтың килеүенә шаһит булырһығыҙ: 7.00 – 18.00 сәғәттәрҙә - “Төнгө әкиәт”, 9.00 – 18.00 сәғәттәрҙә - “Александр Бенуа”, 10.30 - 18.00 сәғәттәрҙә “Николай Некрасов” теплоходтары туҡталасаҡ. Ә “Бөйөк Русь” 5 майҙа сәғәт 10-ға килеп етер һәм беҙҙең яр буйҙарында 6 майҙың 18.00 сәғәтенә тиклем торор. Әлбиттә, был яҡынса күрһәтелгән ваҡыт. Томанда теплоходтың оҙағыраҡ барыуы ла ихтимал. Мәскәү ваҡыты менән күрһәтелеүенә лә иғтибар итегеҙ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.