Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 22:30

“Минең ҡаным, тамырҙарым - Башҡортостанда”

Республика етәксеһе "Яҡташлыҡ көсө" форумын йыл һайын уҙғарырға тәҡдим итте.

“Минең ҡаным, тамырҙарым  - Башҡортостанда”
“Минең ҡаным, тамырҙарым - Башҡортостанда”

Бөгөн "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Яҡташлыҡ көсө" форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Унда 2021 йылда республика етәксеһе башланғысы менән тормошҡа ашырыла башлаған "Атайсал" проектына байҡау яһалды.

Төбәк Башлығы сығышында был проекттың нисек булдырылыуы хаҡында һөйләне, төрлөләрен тормошҡа ашырыуға 570 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелеүен, 2,7 мең меценат ҡатнашыуын билдәләне.

- Минең ҡаным, тамырҙарым - Башҡортостанда, һәм һәр саҡ эшмәкәрлегем тыуған республикабыҙ өсөн файҙалы булыуына ынтылам. Республика Башлығы вазифаһындағы тәүге көндән үк кешеләрҙе тыуған илгә, төбәккә һөйөү нигеҙендә нисек берләштереү тураһында уйлай торғайным. Башҡортостанда тыуып үҫеп, юғары уңыштарға өлгәшкән меңдәрсә кеше ҡала һәм район тормошонда ҡатнаша алһын тигән теләк күңелдә йәшәй ине – "Атайсал" ярҙамында быны тормошҡа ашырыу мөмкин, - тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙы билдәләне. Иң күп башланғыстар Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат, Мәләүез райондарында, шулай уҡ Салауатта, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Ағиҙелдә, Өфөлә тормошҡа ашырылған. Башҡортостанда "Атайсал" порталына килгән 5,5 мең ғариза тормошҡа ашырылған.

 – Иң әүҙем ҡатнашыусыларыбыҙға рәхмәт белдерәм. Киң билдәле "Базы" ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Вадим Соколов Саҡмағош районында дөйөм суммаһы 37 миллион һумдан ашыулыҡ 16 проектты тормошҡа ашырған. Меценат Алексей Казанин тыуған Фёдоровка районы үҫешенә 15 миллион һум аҡса бүлгән. Эшҡыуар Руслан Ғирфанов Баймаҡ ҡалаһы дауаханаһына 13,5 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалы тапшырған.

Вайымһыҙ булмаған яҡташтарыбыҙ тыуған райондарына сит илдәрҙән дә ярҙам итә. Мәҫәлән, Америкала йәшәгән Фәриҙә Әҙеһәмова Борай районының Иҫке Таҙлар ауылын төҙөкләндереүҙә ярҙам иткән. Испанияла ғүмер иткән Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы Фирүзә Бикмаева 212 ҡарағайҙан Еңеү аллеяһын ултыртырға ярҙам иткән. Әлеге ваҡытта Украина биләмәһендә махсус хәрби операция үткәреүгә бәйле "Атайсал" проекты айырыуса көнүҙәк һәм яңы мәғәнәгә эйә була бара. Тыуған илебеҙ, туғандары һәм яҡындары, яҡташтарыбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү эшебеҙҙең бер өлөшө булырға тейеш, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе "Яҡташлыҡ көсө" форумын йыл һайын уҙғарырға тәҡдим итте. Сығыш аҙағында ул төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләргә республиканың дәүләт наградаларын һәм "Атайсал" проекты дипломдарын тапшырҙы.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в