Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 12:25

Ҡолаҡ тешләшеп йәрәшкәндәр

Солтановтарҙың ғаилә архивынан.
Фото:Солтановтарҙың ғаилә архивынан.

Һеҙ түбәндә күргән ғаилә бына ошо йола буйынса ҡауышҡан. Бөгөн дә улар һеүәтемсә генә Сәләх ауылында көн итә. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, тәүфиҡлы, иманлы, үҙҙәре кеүек эшһөйәр кешеләр итеп оло юлға сығарҙылар. Өсөһө лә ғаиләле, ата-әсәләренә ейән һөйөү бәхетен татыттылар. Уларҙың ҡолаҡ тешләшеп йәрәшеү тарихы үҙе бер ваҡиғаға тиң.

...Ҡайным Әхмәтсафа Солта­новтың бер туған ҡустыһы Хәмитулланың ғаиләһендә 1952 йылдың 4 февралендә ир бала донъяға килә. Уға Шамил тип исем ҡушалар. Ә бер айҙан һуң ошо уҡ ауылда Аҡҡужиндар ғаиләһендә бер ҡыҙ донъяға ауаз һала. Ҡыҙыҡайҙы Ғәлимә тип нарыҡлайҙар.

Бына шунан һуң Солтановтар менән Аҡҡужиндар ҡоҙа булышырға һөйләшеп, бишек­тәге сабыйҙарының ҡолағын тешләтеп ҡуялар. Аҙаҡ туған­лашып, һәр саҡ саҡырышып, үҙ-ара аралашып йәшәйҙәр.

– Мин үҙем бәләкәй саҡта буласаҡ ҡайнымдарҙы: “Беҙгә ҡунаҡҡа килегеҙ, ҡоҙалар”, – тип саҡырып йөрөгәнемде иҫләйем. Тағы бишенсе класҡа күрше ауылға уҡырға ауырып һуңлап барҙым. Класҡа инһәм, миңә урын юҡ. Шул саҡта Шамил, кил, яныма ултыр, тип саҡырып алды”, – тип хәтерләй еңгәйебеҙ.

Ошо йәрәшеү тарихы Йыһанға өлгәшеп, Аллаһ Тәғәләбеҙ ҡабул итеп, бергә-бергә йәшәгән был парға бына инде 70-әр йәш!

Икеһе лә ошо ауылда тыуып, ошонда хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡты. Ҡайнағабыҙ балта оҫтаһы, умартасы булып дан алһа, еңгәйебеҙ бухгалтер булып эшләне. Әле ҙур кинәнес менән баҡса эшен башҡара. 

Ауылыбыҙҙа мәсет төҙө­гән­дә мәсет манараһын ҡайна­ғабыҙ үҙе эшләп бирҙе. Сауабын насип итһен Аллаһ Тәғәлә!

 

Ғәлиә СОЛТАНОВА.

 

Йылайыр районы.

Читайте нас: