Бынан дүрт йыл элек Рәсәй Президентының Указына ярашлы “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” тигән почетлы исем булдырылды. Әлегә республикабыҙҙан был маҡтаулы исемде бер нисә генә коллегабыҙ йөрөтә.
Ошо көндәрҙә юғары наградаға “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева лайыҡ булды. Ҡәләмдәшебеҙгә уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева – танылған журналист, БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты. Ул, Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын “Башҡортостан пионеры” гәзитендә башлай. “Яңы ғына эш башлаған һымаҡ инем, 30 йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән. Гәзиттәрҙә, телевидениела, Матбуғат агентлығында, журналда төрлө кешеләр, төрлө етәкселәр менән төрлө шарттарҙа эшләгәнем бар. 90-сы йылдарҙа өсәр-дүртәр ай эш хаҡы алмаған саҡтар ҙа, таңғы 4-5-кә тиклем яңы һанды эшләп ултырған мәлдәр ҙә күп булды, әммә бер ваҡытта ла журналист һөнәрен һайлағаныма үкенмәнем”, – ти ул.
Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙына оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетында уҡытырға, йәғни республика баҫмалары өсөн талантлы журналистар әҙерләргә лә тура килә.
Хөрмәтле коллегабыҙҙы “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы” исеме бирелеү уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, һүрелмәһен!
Фото: Р. Мәһәҙиеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.