Бөгөн Өфөлә үткән "Яҡташлыҡ көсө" форумы эшендә билдәле скульптор, педагог, профессор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Рәсәй Художество академияһы академигы, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Щербаков ҡатнашты.
– Бөгөнгө форум – ҡеүәтле, күркәм ваҡиға. Кешеләр һүҙ һөйләп кенә ҡалмай, ә ысынлап та төрлө эштәр менән тыуған яғын күтәреүгә ҙур өлөш индерә, аныҡ эштәргә көсөн, ваҡытын, аҡсаһын, энергияһын сарыфлай. Миңә бигерәк тә тарихи урындарҙы, иҫтәлекле ваҡиғаларҙы тергеҙергә мөмкинлек биргән һәм мәғарифҡа бәйле проекттар оҡшай, - тип билдәләне Салауат Щербаков.
Форумдың почетлы ҡунағы әйтеүенсә, ул яҙмышына данлыҡлы генерал, легендар полководец, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен эшләү мөмкинлеге биргәнгә рәхмәтле.
Һәйкәлдең бөтә архитектураһы граниттан эшләнә, колоннаданың деталдәре Учалы районындағы Мансур гранитынан буласаҡ.
– Был ҙур һәм ҡыҙыҡлы, әммә бик ҡатмарлы проект. Темаһы иһә үткәндәрҙе тергеҙеү өсөн генә мөһим түгел, был ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә, киләсәккә этәргес ул. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, уғата мөһим һәм кәрәкле эш тап улар өсөн эшләнә лә. Тәү ҡарамаҡҡа, тема Шайморатов тураһында һымаҡ, әммә киңерәк күҙлектән баҡҡанда, ул башҡорттар, Икенсе донъя һуғышы, хатта бөгөнгөбөҙ тураһында ла уйланырға мәжбүр итә.
Атҡа атланған Шайморатов һыны – еңеү һәм батырлыҡ символы, ә рельефтағы һүрәттәр һалдаттарҙың тыуған ере Уралдан башлап, байраҡтар, кавалерия менән рейхстагка тиклем үткән шанлы хәрби юлы тураһында һөйләй. Был Башҡортостан өсөн дә, Рәсәй өсөн дә дәүләт кимәлендә тарихи йәһәттән әһәмиәтле һәйкәл. Уға бик ҙур мәғәнәүи әһәмиәт, көслө хис-тойғолар һалынған, беҙҙең бурыс - уларҙы аңлау һәм ҡушылыу. Рухи кисерештәр, хис-тойғолар тыуған ерҙән, шанлы тарихтан, кешеләрҙән килә – беҙ уларҙы быуындан быуынға тапшырырға тейеш, – тине Салауат Щербаков.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.