Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 14:00

Санкт-Петербургтағы яҡташтар – күптәргә өлгө

"Форумды ойоштороусыларға рәхмәт - бындай форматтағы осрашыу күптән өлгөрөп еткән ине. Яҡташтар идеяһы менән илһамланған, яҡташтарына ниндәйҙер ярҙам күрһәтергә әҙер булған кешеләрҙең күп булыуы асыҡ күренә. Был - үҫеп килеүсе быуын өсөн дә өлгө"

Санкт-Петербургтағы яҡташтар – күптәргә өлгө
Санкт-Петербургтағы яҡташтар – күптәргә өлгө

Бөгөн Өфөлә үткән «Яҡташлыҡ көсө» форумы сиктәрендә  бер нисә секция эшләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы «Башҡортостан яҡташтар ойошмаларын үҫтереү мөмкинлектәре» секцияһын уҙғарҙы, унда төбәк-ара, халыҡ-ара кимәлдәрҙә яҡташтар ойошмаларын үҫтереү мәсьәләләре («Башҡортостан кешеләре» проекты буйынса), шулай уҡ яҡташтар ойошмаларының Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре менән үҙ-ара эш итеүҙең иң яҡшы тәжрибәләре ҡаралды.   

Секцияның модераторҙары - «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

Форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, былай тине:

- Яҡташтар ойошмаһының үҙ-ара эш итеү идеяһы уйҙарҙа күптән йөрөнө. Хәҙер глобаль кимәлдә үҙ-ара эш итеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Ватандаштарыбыҙ донъяның төрлө нөктәләренән үҙ илендә генә аралашыу мөмкинлектәренә эйә булырға тейеш түгел, ә сиктәр өҫтөнән, тәү сиратта, ватаныбыҙ менән яҡшы, сифатлы бәйләнештәр булдырырға тейеш.  Айырыуса был йәш быуынға - хәҙерге үҫмерҙәргә ҡағыла. Улар йәштәштәре менән глобаль кимәлдә аралашырға тейеш. Бындай кимәлдә мәҙәни йәһәттән үҙ-ара эш итеү “халыҡ дипломатияһының” ныҡлы нигеҙе була, - тине Юлдаш Мөхәмәт улы.

«Башҡортостан кешеләре» проекты буйынса журналист, сәйәсмән, Рәсәйҙең VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева секция спикеры булды. Ул төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә яҡташтар ойошмаларын үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне.

Билдәле педагог, йәмәғәт эшмәкәре, Архангел районының яҡташтар ойошмаһы рәйесе Венера Шәрәфетдинова яҡташтарҙың муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. 

Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының яҡташтар ойошмаһы рәйесе Юнир Вәлиев төрлө төбәктәрҙән яҡташтар менән үҙ-ара килешеп эш итеү, муниципаль райондың яҡташтар менән эш итеүҙәге роле, яҡташтарҙың эшен көсәйтеү, улар араһында зона сараларын үткәреү тураһында һөйләне.

- Йылайыр районынан сыҡҡан “Беҙ бергә - йылайырҙар” яҡташтар ойошмаһы 2009 йылда ойошторолдо, 2018 йылда эшмәкәрлеген тергеҙҙе. Өфөлә йәшәүсе Йылайырҙарҙың исемлеген һәм белешмәне әҙерләнек (250-гә яҡын кеше), Өфөлә ҙур концерт ойошторҙоҡ, унда яҡташтарыбыҙ - сәхнә оҫталары Азат Айытҡолов, Гөлсөм Бикбулатова, Элмира Юлдашева һәм башҡалар ҡатнашты.  Ләкин энтузиазм пандемия менән бергә кәмене.  Быға ҡарамаҫтан, былтыр беҙҙең районда Түңгәүер ырыуының ҙур йыйыны үтте, унда районда йәшәүселәр генә түгел, республиканың һигеҙ районынан да ҡатнаштылар. Бынан тыш Ҡашҡар ауылының тарихын, унда йәшәүселәрҙең шәжәрәләрен өйрәнеү буйынса ҙур эш башҡарылды.

Форумды ойоштороусыларға оло рәхмәтлебеҙ - бындай форматтағы осрашыу күптән өлгөрөп еткән. Яҡташтар идеяһы менән илһамланған, яҡташтарына ниндәйҙер ярҙам күрһәтергә әҙер булған кешеләрҙең күп булыуы асыҡ күренә. Был - үҫеп килеүсе быуын өсөн өлгө. Форумда йәштәрҙең күп булыуы ҡыуандыра: башланған эштәрҙең дауамы буласаҡ, - тине Юнир Сәлим улы.

Шулай уҡ секция эшендә билдәле профессор, техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт нефть университеты президенты, Башҡортостандың Баҡалы районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Айрат Шаммазов, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова, Башҡортостандың Баймаҡ районы яҡташтар ойошмаһы рәйесе Шәйморат Тимербулатов, Башҡортостандың Белорет районы яҡташтар берлеге рәйесе Рәис Исмәғилев һәм башҡалар ҡатнашты.

Әйткәндәй, Санкт-Петербург унда бик күп ватандаштарыбыҙ йәшәүе һәм улар төбәктәрҙә иң әүҙем башҡорт диаспораларының береһенә әйләнеүе менән дан тота. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: Гөлназ Ибраһимова етәкселегендәге Петербург башҡорттары Башҡортостандан яҡташтары менән әүҙем бәйләнеш тота, төрлө хәл-ваҡиғаларҙа ярҙам итә. Мәҫәлән, күптән түгел махсус операция ваҡытында яраланған һәм Санкт-Петербург госпиталдәренең береһенә эләккән Бөрйән һалдатының әсәһе уның менән бәйләнешкә сыҡҡан. Гөлназ Ибраһимова дауаханаға һалдаттың хәлен белергә барған, шулай уҡ Башҡортостандан килгән әсәһе менән апайын үҙ өйөнә һыйындырған. Беҙ тап ошондай аҙымдар менән көслө һәм берҙәм.

Форум көн оҙононда эшләйәсәк,  секциялар эше тамамланғандан һуң республика етәкселеге һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында «Яҡташлыҡ көсө - яҡташтар берлеге көсө» тигән пленар ултырыш башлана. Форум эшендә Рәсәй журналисы, «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы күҙәтеүсеһе, яңылыҡтар тапшырыуҙары алып барыусыһы Владислав Флярковский ҡатнаша.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: