3 – 6 майҙа Өфөгә Төньяҡ флот делегацияһы килә. Ҡунаҡтар ватансылыҡ ойошмалары, инфраструктура менән танышырға, Башҡортостандың баш ҡалаһындағы музейҙарға, “Еңеү” паркының мемориаль комплексына барырға, “ҡаһарманлыҡ дәресе” үткәрергә, “Витязь-Юниор” диңгеҙ пехотасылары клубындағы кадет кластарында тәрбиәләнгән йәштәр менән аралашырға ниәтләй. Сәфәр хоккей матчы менән тамамлана.
– Былтыр Башҡортостан делегацияһы составында беҙ Североморскиға Рәсәйҙең Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн байрам итергә барғайныҡ, әле иһә республикабыҙға яуап сәфәре менән Төньяҡ флот делегацияһы килә. Йәштәр менән Ватанды һаҡлаусылар юлын һайлағандар араһында бәйләнеш булдырыу мөһим. Быйыл Башҡортостандың хәрби-патриотик хәрәкәттәре ағзалары менән Североморскиға юл тоторға ниәтләйбеҙ, – тине республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Төньяҡ флот менән Башҡортостан араһында даими үҙ-ара эшмәкәрлек яйға һалынған. 2020 йылдың февралендә республика Хөкүмәте менән Төньяҡ флоттың “Иван Грен” ҙур десант карабы экипажы шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, Башҡортостан хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыуға һәм контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгәндәрҙе ебәреүгә булышлыҡ итә, республика ижади коллективтарының сығыштарын ойоштора, көнкүреш, һауыҡтырыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнаша, предприятиеларҙа һәм уҡыу йорттарында хәрби-патриотик эштәрҙе тәьмин итә.
фото: bashinform.ru/news