Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 11:25

Ыңғай тәжрибә туплана

Әле Башҡортостанда “Айыҡ ауыл-2022” конкурсының республика этабы бара. Уны үткәреү һәм ҡатнашыусыларҙы “эре”, “ҙур”, “уртаса” һәм “бәләкәй ауылдар” номинациялары буйынса бүлеү өсөн ойоштороу комитетының ултырышы булды.

Мәғлүм булыуынса, 1–11 февралдә республика этабында ҡатнашыу өсөн конкурсанттарҙан документтар ҡабул ителде.  “Айыҡ ауыл” исеменә 54 ауыл (муниципаль этап еңеүселәре) дәғүә итә – һәр райондан берәр ауыл. 

Быйыл конкурста ҡатнашыу­сыларҙың милли составы күпкә киңерәк. Конкурста дүрт рус, дүрт мари, өс удмурт, өс сыуаш, ике татар, һигеҙ ҡатнаш (башҡорт һәм татар), 30 башҡорт ауылы ҡатнаша. Шулай итеп, 700-ҙән күберәк кеше йәшәгән “ҙур ауылдар” категория­һында  –  12 , 450-нән 700-гә тиклем кеше йәшәгән “ҙур ауылдар” категорияһында  –  14; 250-нән 450-гә тиклем кеше йәшәгән “уртаса ауылдар” категорияһында – 13, 250-гә тиклем кеше йәшәгән “бәлә­кәй ауылдар” категорияһында 15 ауыл.

Конкурстың ҡағиҙәләренә ярашлы, һәр район республика этабында планлаштырылған сараларҙы тәҡдим иткән, улар нигеҙендә ауылдарҙа төрлө форматтағы саралар графигын төҙөлгән. Теге йәки был районда йәшәгән халыҡтың тарихи-мәҙәни үҙенсә­лектәрен һәр яҡлап асҡан милли байрамдар бигерәк тә мөһим һәм үҙенсәлекле. Шулай уҡ байтаҡ спорт саралары планлаштырылған, шул иҫәптән “Бәйге” ярышы, фестивалдәр, “Ҡәйнә менән килен”, “Уйна, гармун!” кеүек конкурстар һәм башҡалар. Билдәләнгән тема буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар көнүҙәк һәм популяр.

Бер нисә миҫалға туҡталайыҡ. Бәйгенең республика этабында Белорет районында апрелдә – “Бизнес менән урындағы властың хеҙмәттәшлеге: проблемалар һәм яңы мөмкинлектәр”, Хәйбулла райо­нында –  “Һөнәр – айыҡлыҡ нигеҙе” район-ара форумы, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында онлайн-форматта “Сәләмәт, яуаплы ата-әсәлек – бәхетле бала саҡ нигеҙе” фәнни-ғәмәли конференцияһы (Көйөргәҙе районы хакимиәте башланғысы буйынса), Тәтешле районында – “Айыҡлыҡ биләмәһе” тигән дөйөм исем менән саралар циклы... Быйыл конкурстың положениеһына тағы бер пункт өҫтәлде. Уға ярашлы, республика этабы барышында ҡатнашыусылар ыңғай һәм уңышлы тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, муниципаль-ара хеҙмәттәшлек тәжрибә­һен файҙаланып, саралар ойоштора. 2020 йылда бындай тәжрибәне Баймаҡ һәм Белорет райондары ғына файҙаланһа, быйыл иһә ошондай саралар һәр районда тиерлек планлаштырылған.

Ойоштороу комитетының алдағы ултырышында М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижади төркөмөнөң социаль йүнәлештәге ҡыҫҡа метражлы фильмын төшөрөү буйынса пландары яңғырағайны. Әле эш бара, сценарий әҙер, фильмды төшөрөү урыны буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.

Конкурстың ойоштороу комитеты ағзалары шулай уҡ ауыл ерендә эшләп килгән моделле китапха­наларҙан дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусыларының файҙаланыуын әүҙемләштереү һәм республика музейҙарына, театр­ҙарына ауыл балаларына экскурсиялар ойоштороу кәрәклеге тураһында тәҡдимдәр  индерҙе.

Әйткәндәй, республикала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән 2011 йылдан уңышлы үткәрелеп килгән “Айыҡ ауыл” конкурсын ойоштороу­сыларға сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған проект тураһында фильм төшөрөү тәҡдиме менән Мәскәүҙең “Стая.Док” киностудияһы  сыҡҡан. Әлеге ваҡытта һөйлә­шеүҙәр алып барыла. Барыһы ла ыңғай барған осраҡта, Рәсәй тамашасыһы Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһе менән таныша аласаҡ.

 

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.

Читайте нас: