Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2022, 12:30

Йыуылмаған тәҙрәләр

ru.dreamstime.com
Фото:ru.dreamstime.com

Зөһрә апай ауыр һулап үтеген өҫтәлгә ҡуйҙы ла күптән йыуылмаған туҙан баҫҡан тәҙрәһенә баҡты. “Бөтөнләй эшлектән сыҡты, ахыры, боҙолдо...” – тип, иҫке үтекте сүплеккә ташлағас, яңыһына ҡайҙан аҡса алырға, тип баш ватты. Ә алырға мөмкинлек юҡ, пенсияһы икмәк-тоҙлоҡ ҡына, фатирына түләһә, дарыуҙар алһа, ашарына самалы ҡала...

Бынан бер нисә йыл элек ирен ерләгәндән һуң Зөһрә апайҙың тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй кәмене, яңғыҙлыҡтан яфа сикте. Көн буйы ни эшләргә белмәй ары һуғылып, бире һуғылып ваҡыт уҙғарҙы. “Бына һиңә мә, ҡартлыҡ килеп, һикегә аяғын һәлендереп ултырҙы, былай булғас, ғүмер ҡалай тиҙ үтте лә китте”, – тип үҙ алдына һөйләнде тол ҡатын.

Бер бөртөк кенә ҡыҙы менән күптән аралашмайҙар. Ҡырыҫ холоҡло ҡыҙы бынан бер йыл элек әсәһе менән һүҙгә килешкәндән һуң тыуған йортона аяҡ баҫмаҫ булды. Ул инде күптән атай-әсәй тәрбиәһенә, ярҙамына мохтаж түгел, ғаиләһе менән ҡалала тамыр ебәреп, бына тигән итеп донъя көтә. Зөһрә апайҙың уның йортонда булғаны юҡ, бары таныштары шулай һөйләй.

“Алтмышты уҙғандан һуң тормош шулай тамамланамы икән ни? Алда бер ҡыуандырырлыҡ ваҡиға юҡ, иҫке әйберҙәр, ватыҡ үтек, йыуылмаған тәҙрәләргә ҡарап, уфтанып ваҡыт уҙғарырғамы хәҙер?” Аяҡтары һыҙламаһа, элеккесә йүгереп йөрөп, йорт эштәрен йәһәт, күңелле итеп башҡарыр ине лә...

“Ҡуй, зарланып ултырмайым әле, аҙ булһа ла ҡыбырҙарға кәрәк”, – тип һауыт-һабаһын йыуыштырып, урынлаштырырға тотондо. Ҡапыл ишектә шылтыраған ҡыңғырау тауышы әсәне һиҫкәндерҙе, бөгөн ул бер кемде лә көтмәй, йүнле хә­бәр менән генә йөрөй күрһендәр...

Еүеш ҡулдарын таҫтамалға һөртә-һөртә, әсә ишеккә йүнәлде. Күҙҙәренә ышанмай, албырғап ҡалып, алдында баҫып торған ҡуп­шы ҡатынға текәлде. “Миләүшә, Милена ҡыҙым, һаумы, бала­ҡа­йым!” Тегенеһе, әсәһенең ҡосағы­нан ысҡына һалып, ашыҡмай ғына түргә үтте. “Әсәй, хәлдәрең нисек, ну, һөйлә”, – тип әүәлгесә ҡоро ғына өндәште. Әйтерһең дә, мага­зинға ярты сәғәткә генә сығып әйләнгән. “Эй, бына үтек ва­тылды...” – тип урынһыҙ яуапланы әсә. Әйткәненән үҙе оялды, “таптың һөйләргә хәбәр” тип үртәлде.

Ҡалғаны тап әкиәттәгесә барҙы, ике көндән һуң фатирҙы танырлыҡ та түгел ине. Милена бөтә бүлмә­ләрҙе ялтыратып йыуып сығарҙы, тиҙ арала өйгә яңы кер йыуыу машинаһы, ҙур телевизор, һыуыт­ҡыс килеп ултырҙы. Хатта яңы үтекле булды Зөһрә апай. Кухняла тәмле ҡамыр аштары еҫе аңҡыны. Бәлеш, гөбәҙиәләр әсә ҡулында элек тә яҡшы уңа торғайны.

Бергәләшеп сәй эсеп ултыр­ғанда Миләүшә һорай ҡуйҙы: “Йә, әсәй, ҡәнәғәтһеңме хәҙер? Һин нисек үтенеп-һорап яҙғанһың, барыһын да үтәнем. Мине оятҡа ҡалдырмаҡсы булып, ҡарттар йортона илтеүҙе талап итәһең...” – тип хатты һелккеләгәс, Зөһрә апай сәйенә сәсәп алып китте. “Ниндәй хат, ниндәй ҡарттар йорто? Шаяртаһыңмы? Мин компьютерҙа эшләй ҙә, баҫа ла белмәйем”, – тип аптыраны әсә.

Сер ҡапсығы тиҙ асылды. Күршеләре Низам ҡарт, йомошҡа ингән булып, үҙенең “ғәйебен” таныны. “Мин Зөһрә күршенең йонсоп донъя көткәнен, Мөхәмәттән ҡалғандан һуң бик бөтөрөнөүен, йыш ауырыуын күреп һыҙландым. Бик күңелле йәшәй торғайныҡ бит күрше мәрхүм иҫән сағында. Һин дә иркә ҡыҙ булып буй еткерҙең... – тип йәш, көслө саҡтарын иҫкә төшөрҙө ул. – Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, өйҙөң бысраҡ тәҙрәләре бында ниндәй мөхит хөкөм һөрөүен, бәхетһеҙ, яңғыҙ йән йәшәгәнен әллә ҡайҙан төртөп күрһәтә. Ана, хәҙер улар нисек көлөп тора!” Ҡарт бының менән генә туҡталманы: “Ә һин кейәүгә сығыу менән әсәйеңде оноттоң. Килеп тә әйләнмәйһең! Хәтәр шәп йәшәгәнеңде беләбеҙ, кейәү менән балда-майҙа ғына йөҙәһегеҙ, ә әсәйең хәйерселектә көн күрә, һине уҡытыу, тәрбиәләү өсөн аҙ бил бөктөләрме ни?!” Низам ҡарт, бер аҙ ҡыҙып киткәнен аңлап, һүҙҙе туҡтатты.

Миләүшә тыуған йортона йы­шыраҡ ҡайтырға, әсәһенең хәлен белешеп торорға вәғәҙә бирҙе. Ярты йылдан һуң Зөһрә апайҙың йортонда һағыш-хәсрәттең эҙе лә ҡалманы, ихатаға яҡынлашыу менән аҡ селтәрҙәр эленгән таҙа тәҙрәләр, аллы-гөллө сәскәләр ҡаршы алды. Һөйөү һәм хәстәрлек ҡартлыҡ хаҡындағы уйҙарҙы ситкә ҡыуҙы, Зөһрә апайҙың һағышланып ултырырға ваҡыты ла, теләге лә юҡ...

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас: