Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2022, 20:00

Был көнгә әҙерлек мартта уҡ башланған

Бөгөнгө кеүек, 3 майҙа ла йәмәғәт транспортының өҫтәмә маршруттары ойошторолоп, улар зыяраттарға иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем йөрөйәсәк.

Был көнгә әҙерлек мартта уҡ башланған
Был көнгә әҙерлек мартта уҡ башланған

Өфөлә Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм ихтирам күрһәтеү көнөнә әҙерлек мартта уҡ башланды, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Зыяраттарҙан ҡар, сүп-сар сығарылған, ҡоймалар, контейнерҙар буялған, йыуылған, бордюрҙар ағартылған һәм башҡа эштәр атҡарылған. Бынан тыш, биләмәләрҙе даими акарицидлы эшкәртеү, дератизациялау үткәрелә.

Килеүселәр өсөн ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын, ботаҡтарҙы ваҡытлыса һаҡлау өсөн 45 ҡаты япмалы майҙансыҡ булдырылған, контейнерҙар, сүп-сарҙы ҡайҙа һалыу тураһында мәғлүмәт табличкалары ҡуйылған. Асыҡ зыяраттарҙа 12 контейнер, 20 бункер, ябыҡ зыяраттарҙа һигеҙ контейнер бар.

“Көньяҡ” һәм “Төньяҡ” зыяраттарҙа һыу биреү өсөн 10-ар урын барлыҡҡа килгән. Ошондай дүрт нөктә - “Сергиевск”, берәүһе “Мосолмандар” зыяратында. Стационар һәм биобәҙрәфтәр ҡуйылған.

Хәрби мемориалдар булған урындарға айырыуса иғтибар бүленгән. Бөгөнгә Өфөләге зыяраттарҙа ошондай 3488 ерләү урыны бар. 2204 хәрбиҙең исеме мемориалдарҙа мәңгеләштерелгән. Яҡындары килмәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡәберҙәре инвентаризацияланған. Бындай 221 ҡәбер барлығы асыҡланған. “Көньяҡ” зыяратта – 60, “Төньяҡ”та – 46, “Мосолмандар” зыяратында һигеҙ һәм “Дим” зыяратында өс ҡәбер таҙартылған, буялған.

Граждандарҙың уңайлылығы өсөн 30 апрелдә һәм 3 майҙа йәмәғәт транспортының өҫтәмә маршруттары ойошторола. Улар зыяраттарға иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем йөрөй.

Әйткәндәй, граждандар өсөн “Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар электрон хәтер китабы” сайты pomnimrb.ru бар. Унда үҙегеҙҙең ерләнгән яҡындарығыҙҙы таба алаһығыҙ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: