Уларҙың хеҙмәт ҡоралы – блокнот һәм ручка, фотоаппарат, камера һәм микрофон. Эш урыны "ҡыҙыу нөктә"ләрҙә булырға мөмкин. Хәрби журналист һөнәре үҙендә ҡомарҙы ла, батырлыҡты ла, ижадты ла бергә туплай, мәғлүмәтте анализлау һәләтен дә талап итә.
Кенәз Александр Невский исемендәге хәрби университетта ошо һөнәргә уҡырға була. Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби университетында буласаҡ хәрби журналистар түбәндәге белемдәргә эйә була ала: журналистика нигеҙҙәре, медиакоммуникацияларҙың заманса саралары, йәмғиәт менән бәйләнеш технологиялары, мультимедиа проекттары төҙөү, заманса медиаконтентты популяр итеү саралары, социаль медиа- һәм интернет-ресурстарҙа эшләү, матбуғат сараларына мониторинг һәм аналитика.
Хәрби университет курсанттарҙың практикаһына ҙур иғтибар бүлә. Улар Рәсәй Оборона министрлығы үткәргән мөһим йәмәғәт сараларында ҡатнаша, ҙур хәрби баҫмаларҙа һәм медиахолдингтарҙа практика үтә. Тулы мәғлүмәтте ошо һылтанма аша инеп ҡарарға була: https://vumo.mil.ru/more/Novosti/item/399314/
Фото: https://vumo.mil.ru/