

Бөгөн – Рәсәйҙең янғын һағы көнө. Ошо байрам айҡанлы республика Башлығы Радий Хәбиров тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы.
“Бар йөрәктән Рәсәйҙең янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ҡаһарманлығығыҙ, профессионаллелегеҙ, бурысығыҙға тоғролоғоғоҙға һоҡланабыҙ. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып, ут менән көрәшеп, йыш ҡына үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуяһығыҙ.
Янғын һүндереүселәрҙең ҡыйыу эше һөҙөмтәһендә былтыр республикала 11 меңдән ашыу янғын һүндерелгән, бер меңдән күберәк кеше ғүмере ҡотҡарылған. Бары һеҙ генә хеҙмәтегеҙҙең нисек ауыр һәм хәүефле икәнлеген, ҡатмарлы янғындарҙы һүндереү тураһындағы ҡоро мәғлүмәттәр һәм отчеттар артында нимә торғанлығын беләһегеҙ.
Янғын һағы подразделениелары артабан да ауылдарыбыҙҙы һәм ҡалаларыбыҙҙы уттан һөҙөмтәле һаҡлар, тип ышанам. Яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға именлек теләйем!” - тине Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru