Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Апрель 2022, 08:30

Стәрлетамаҡҡа мәжбүри күскенселәр килде

"Бындай хәл мине урап үтер тип бер кем дә әйтә алмай".

Стәрлетамаҡҡа мәжбүри күскенселәр килде
Стәрлетамаҡҡа мәжбүри күскенселәр килде

Стәрлетамаҡта Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан мәжбүри күсеп килгәндәрҙе ҡаршы алдылар.

"Ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итергә тейешбеҙ. Бындай хәл мине урап үтер тип бер кем дә әйтә алмай. Улар беҙгә туғандаш халыҡ, сөнки уртаҡ тарихи үткәнебеҙ бар. Медицина, психологик ярҙам, туҡланыу - барыһы ла улар өсөн буласаҡ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә ҡала хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов.

Әйткәндәй, күскенселәргә ярҙам итергә теләүселәр аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, гигиена сараларын, көнкүреш химияһын ошо адрес буйынса алып килә ала: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 91.

Фото Р. Ғәзизовтың сәхифәһенән.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: